11 декабрь, Йәкшәмбе

29 октябрь 2013 йыл, 16:31

Көнбағыш сәсеүлектәре майҙанының 63 проценты йыйып алынған

автор: Галина Бахшиева

Әлеге ваҡытта Башҡортостан аграрийҙары 135 мең гектарҙан көнбағыш йыйып алған, ул ошо культураға бүленгән сәсеүлек майҙанының 63 процентын тәшкил итә.

Һәр гектарҙан уртаса уңыш 12,4 центнер тәшкил итә, һәм бөтәһе 168 мең тонна көнбағыш орлоғо һуғып алынған. Был майлы культуранан бөгөн иң юғары уңышты – гектарынан 19 центнерҙан ашыу – Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез һәм Стәрлетамаҡ райондарында алалар.

Иң күп уңышты Стәрлетамаҡ районы (22,8 мең тонна), Мәләүез (18,7 мең тонна) һәм Көйөргәҙе районы (13 мең тонна) игенселәре йыйып алған.

Архангел, Дыуан һәм Яңауыл район хужалыҡтары эштәрҙе тулыһынса тамамлаған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.