6 декабрь, Шишәмбе

29 октябрь 2013 йыл, 16:05

Төбәктә «Әсәй, мин һине яратам» акцияһы старт алды

автор: Розалия Вәлиева

Әсә көнөнә арналған «Әсәй, мин һине яратам» акцияһы 24 ноябргә тиклем дауам итәсәк, тип хәбәр иттеләр Федераль почта элемтәһенең БР буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтенән.

Башҡортостанда йәшәүсе һәр бер кеше почта элемтәһе бүлексәһендә йомшаҡ айыу һәм байрамдың төп символы – күгәрсен күҙе сәскәһе төшөрөлгән ҡотлау открыткаһын һатып ала ала, уны Рәсәй Почтаһы махсус рәүештә Әсә көнөнә арнап сығарған.

Әсә көнө – халыҡ-ара байрам. Йыл һайын ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә Ер шарының төрлө мөйөштәрендә йәшәүсе кешеләр әсәләрен ҡотлай, уларға сәскәләр һәм йылмайыу бүләк итә, үҙҙәренең һөйөүен һәм ихтирамын белдерә. Рәсәйҙә байрам 1998 йылдан билдәләнә.