9 декабрь, Йома

29 октябрь 2013 йыл, 15:54

29 октябрь – Эске эштәр министрлығының ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре көнө

автор: Арина Рәхимҡолова

Эске эштәр министрлығының ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре бөгөн, 29 октябрҙә, үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Рәсәй Эске эштәр министрлығының эске эштәр органдары системаһында ведомствонан тыш һаҡ – йәмәғәт тәртибе һәм ватандаштарҙың именлеге, дәүләт һәм шәхси милек һағында тороусы полицияның иң күп һанлы һәм тәьмин ителгән хеҙмәттәренең береһе. 1952 йылдан – ведомствонан тыш һаҡ ойошторолған йылдан алып тупланған эш тәжрибәһе объекттарҙы һаҡлауҙа, шулай уҡ енәйәтселеккә ҡаршы көрәштә, ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа йәмәғәт тәртибен тәьмин итеүҙә ведомстованан тыш һаҡ подразделениелары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген дәлилләне. Әлеге ваҡытта бөтә Рәсәй территорияһында граждандарҙың 1,5 миллиондан ашыу фатиры һәм 500 мең самаһы объект ведомствонан тыш һаҡ ҡарамағында.

1952 йылдың 29 октябрендә СССР Хөкүмәтенең «Һаҡтан бушатылған хеҙмәткәрҙәрҙе сәнәғәттә, төҙөлөштә һәм башҡа халыҡ хужалығы тармаҡтарында файҙаланыу, министрлыҡ һәм ведомстволарҙың хужалыҡ объекттарын һаҡлауҙы ойоштороу эшен яҡшыртыу саралары тураһында» бойороғо сыға. 1962 йыл – хеҙмәт тарихында мөһим йыл. Ул йылда һаҡ сигнализацияһы системаһын эшләү буйынса махсус конструкторҙар бюроһы ойошторола. Биш йылдан уҡ объекттарҙы һаҡлау өсөн тәүге үҙәкләштерелгән күҙәтеү пульттары барлыҡҡа килә. Һуңыраҡ көндөҙ ҙә, төнөн дә хеҙмәт алып барыусы, ҡарауыл һағын контролдә тотоусы милиция подразделениелары барлыҡҡа килә. 80-се йылдар башында беренсе ҡулға алыу төркөмө эшләй башлай.

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы территорияһында Хеҙмәт идаралығының 24 филиалы эшләй. Граждандарҙың 21 мең объекты, 75 мең фатиры һәм башҡа милекте һаҡлау урындары ведомствонан тыш һаҡ аҫтына алынған.

2013 йылдың тәүге ярты йыллығында Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Ведомствонан тыш һаҡ идаралығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан 797 енәйәт эше асыҡланған, 696 енәйәтсе ҡулға алынған. Административ хоҡуҡ тәртибен  боҙоуҙар буйынса 42 314 протокол төҙөлгән, федераль бюджет килеменә 488,6 миллион һумдан ашыу аҡса күскән.