4 декабрь, Йәкшәмбе

29 октябрь 2013 йыл, 15:04

Мәктәп уҡыусыларын Марс тураһында яҙырға саҡыралар

автор: Егор Белов

«Минең шәп тормошом» республика балалар әҙәби конкурсын ойоштороусылар – Өфө ҡала планетарийы һәм «Бельские просторы» журналы редакцияһы – эштәр ҡабул итә башлауҙары хаҡында иғлан итте. Конкурсты ойоштороу комитеты хәбәр итеүенсә, ул дүртенсе йыл рәттән уҙғарыла. Быйыл конкурс Ер кешеләренең Марс планетаһын үҙләштереүе тураһында ғилми-фантастик хикәйәләргә арналған: «конкурста ҡатнашыусылар, Марста тормош барлығын өйрәнеү һәм үҙләштереү барышында кешелек алдында ғилми, технологик йәки социаль проблемалар килеп тыуған осраҡта, уларҙы хәл итергә ярҙам итерлек уй-фекерҙәрен бәйән итергә тейеш». Идеяның үҙенсәлекле һәм төплө булыуы менән бергә сюжеттың үҙенсәлеклелеге һәм башҡа ыңғай әҙәби яҡтары баһаланасаҡ.

Конкурста республиканың урта белем биреү йорттары уҡыусылары ҡатнаша ала, улар йәш буйынса өс категорияға бүленәсәк. Икенсе турға үтеүсе финалсыларҙың мәҡәләләрен журналда баҫтырырға, Өфөлә әҙәбиәтселәрҙең оҫталыҡ кластарын үткәрергә вәғәҙә итәләр, ә еңеүселәрҙе иҫтәлекле бүләктәр, республика Мәғариф министрлығынан грамота һәм дипломдар көтә.

Эштәрҙе «Бельские просторы» журналы е-mail: bp2002@inbox.ru электрон адресына ҡабул итә.