5 декабрь, Дүшәмбе

29 октябрь 2013 йыл, 14:26

Ноябрҙә пенсияларҙы ваҡытынан алда бирәсәктәр

автор: Ғәлиә Нәбиева

Ноябрҙә алдағы байрам – Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән бәйле, Башҡортостандың почта элемтә ойошмалары пенсияны һәм башҡа социаль түләүҙәрҙе ваҡытынан алда таратасаҡ, тип хәбәр иттеләр республиканың Пенсия фондынан.

Графикка ярашлы пенсияны 3-өндә алыусыларға – 1 ноябрҙә, ә 4-ендә алыусыларға 2 ноябрҙә илтәсәктәр.

5 ноябрҙән түләүҙәр билдәләнгән графикка ярашлы башҡарыласаҡ. Кредит ойошмаларына түләүҙәр 12 (Һаҡлыҡ банкы, УРАЛСИБ) һәм 13 (ҡалған банктар) ноябрҙә күсереләсәк.

темалар: пенсиялар