Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Беренсе бөтә донъя һуғышында һәләк булған яугирҙарға һәйкәл ҡуйыуға үҙ өлөшөңдө индерергә мөмкин

Йәмғиәт

«Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте» дөйөм Рәсәй ижтимағи-дәүләт ойошмаһы «Беренсе бөтә донъя һуғышында һәләк булған Рәсәй геройҙарына һәм яугирҙарына» һәйкәлен төҙөүгә аҡса йыйыу өсөн счеттар асҡан. Башҡортостанда йәшәгән битараф булмаған кешеләр ҙә изге эшкә үҙ өлөшөн индерә ала. Һәйкәлде 2014 йылдың 1 авгусында Мәскәүҙең Еңеү паркында урынлаштырырға планлаштырыла.

2014 йылда донъя Беренсе бөтә донъя һуғышының 100 йыллығын билдәләй. Юбилей датаһы айҡанлы өҫтөнлөклө саралар араһында – Беренсе бөтә донъя һуғышында һәләк булған яугирҙарға һәйкәл ҡуйыу. Һәйкәл ҡуйыу инициативаһын һәләк булған яугирҙарҙың нәҫелдәре — Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте ағзалары күтәреп сыҡты. Йәмғиәттең тәҡдимен РФ Мәҙәниәт министрлығы һәм Мәскәү Хөкүмәте хупланы.

Әлеге ваҡытта иң яҡшы һәйкәл проектына конкурс уҙҙы. Жюри ҡарары нигеҙендә, Мәскәү Хөкүмәте фекерен буйынса һәм проекттар буйынса интернет-тауыш биреү һөҙөмтәләрен иҫәпкә алып, Мәскәү символдарының береһе булып торасаҡ һәйкәл проекты һайланған. Хәҙер уны төҙөү өсөн аҡса йыйырға кәрәк. Әлеге ваҡытҡа 7,5 миллион һум йыйылған. Проект тураһындағы бөтә мәғлүмәтте, шулай уҡ түләүҙәр индереү өсөн мәғлүмәтте Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең рәсми сайтында табырға була.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть