8 декабрь, Кесе йома

28 октябрь 2013 йыл, 18:16

Бюджет өлкәһендә эшләгәндәрҙең эш хаҡын күтәреүгә Башҡортостан 600 миллион һум дотация аласаҡ

автор: Галина Бахшиева | фото: Андрей Старостин

Рәсәйҙең 70-тән ашыу төбәге бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәреүгә 40 миллиард һум дотация аласаҡ, шуның 599094,1 мең һумы Башҡортостанға тура килә.

Был турала ил Хөкүмәте бойороғона Премьер-министр Дмитрий Медведев 2013 йылдың 24 октябрндә ҡул ҡуйҙы.

Хөкүмәттең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Федерацияһы Президентының 2012 йылдың 7 майындағы указдарына ярашлы, дотация бюджет өлкәһендә эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын арттырыуға өҫтәмә сығымдарҙы өлөшләтә компенсациялауға бирелә.

Күпселек дотацияны Татарстан Республикаһы – 2212665,3 мең һум, Силәбе өлкәһе – 1970626,4  мең һум, Саха (Яҡут) Республикаһы – 1887339,1 мең һум, Дағстан Республикаһы – 1821903,9 мең һум, Түбәнге Новгород өлкәһе – 1184002,4 мең һум һәм Байкал аръяғы крайы – 1248779,1 мең һум  аласаҡ.

«Дотацияны бүлгәндә Рәсәй Федерацияһы суъекттарында дәүләт власы органдарының 2013 йылда һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт һәм халыҡты социаль хеҙмәтләндереү өлкәләрендә хеҙмәтләндереү сифатын һәм һөҙөмтәлелеген күтәреү саралары («юл карталары») пландарын нисек үтәүҙәре иҫәпкә алынды», — тип әйтелә РФ Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте белдереүендә.

2013 йылда бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыуҙы был өлөшләтә компенсациялауға 100 миллиард һум күләмендә дотация ҡаралғайны, шуның 60 миллиард һумы 78 төбәк бюджеттары араһында бүленгән дә инде. Хөкүмәттең һуңғы бойороғона ярашлы, дотацияның ҡалған 40 миллиард һум суммаһы Рәсәй Федерацияһының 75 субъекты араһында бүленәсәк.

Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтында хәбәр ителеүенсә, дотациялар бүлеүгә бюджет тәьминәте юғары булған Мәскәү, Төмән өлкәһе, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтары, шулай уҡ Архангель өлкәһе бюджеты аша федераль бюджеттан финанс ярҙамы алған Ненец автономиялы округы инмәне.