11 декабрь, Йәкшәмбе

28 октябрь 2013 йыл, 17:39

Төбәктә тикшерелгән яҙғы культуралар орлоҡтарының 18 проценты сифатһыҙ тип табылған

автор: Галина Бахшиева

«Россельхознадзор»ҙың Башҡортостан референт үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, 15 октябргә ҡарата төбәктә 86,119 мең тонна яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары орлоҡтары, йәғни план буйынса һалынған орлоҡтоң  29 проценты, ГОСТ талаптарына ярашлылыҡҡа тикшерелгән.

Уларҙың 70,228 мең тоннаһы (дөйөм тикшерелгән күләмдең 82 проценты) кондицияға ярашлы тип табылған. 15,868 мең тоннаһы (18 проценты)  кондицияға етекерелмәгән. Сүпле булыуы арҡаһында – 12,172 мең тонна, сығышы буйынса – 2927 тонна һәм дымлылығы буйынса – 1452 тонна.

«Россельхознадзор»ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республика хужалыҡтарында орлоҡ материалдарын сәсеү кондицияһына еткереү буйынса саралар дауам иттерелә.