4 декабрь, Йәкшәмбе

28 октябрь 2013 йыл, 17:26

Рәсәй армия авиацияһына – 65 йыл

автор: Арина Рәхимҡолова

Рәсәй армия авиацияһын булдырыу көнө тип 1948 йылдың 28 октябре иҫәпләнә, Мәскәү эргәһендәге Серпуховала вертолеттар менән йыһазландырылған беренсе авиация эскадрильяһы ойошторола. Ул айырым ғәскәр төрө булараҡ армия авиацияһына башланғыс һала.

Вертолет авиацияһы тәүҙә ярҙамсы ғына була һәм уның бурысына йөк ташыу, утты корректировкалау, разведка, элемтә инә. Артабан, техник эволюция барышында, вертолеттар ҡеүәтле ҡоралға әйләнә. XX быуаттың 70-се йылдарында яу яланында ҡоро ер ғәскәрҙәренә ярҙам итеүсе Ми-24 ҡоралландырыуға ҡабул ителгәс, ярҙамсы авиация армия авиацияһы булып китә.

Ярты быуаттан ашыу тарих эсендә армия авиацияһының ҡанатлы машина экипаждары Рәсәйҙәге һәм унан ситтәге бөтә «ҡайнар нөктәләрҙә» була. Бөгөн улар Төньяҡ Кавказда хәрби бурыстарын үтәп, юғары батырлыҡ өлгөләре күрһәтә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күмәк ҡаһарманлыҡ тигән төшөнсә була торғайны. Бөгөн дә армия авиацияһы частарында ҡыҙыу нөктәләрҙә ул көн һайын тиерлек ҡабатлана.

Тыныс шарттарҙа армия авиацияһы ҡоро ер ғәскәрҙәренең хәрби әҙерлеге сараларын тәьмин итә. Бер хәрби күнекмә лә авиацияһыҙ, хәрби һәм транспорт вертолеттары ҡатнашлығынан тыш үтмәй.

Һуңғы тиҫтә йылдарҙа армия авиацияһы бер нисә тапҡыр Хәрби һауа көстәренән Ҡоро ер ғәскәрҙәренә һәм киренән күсә. 1990 йылда армия авиацияһы үҙ аллы ғәскәр төрө булды, ә 2003 йылдың ғинуарында Хәрби һауа Көстәре ҡарамағына тапшырылды.

Бөгөн сафта булғандарҙың антҡа тоғролоғо, ҡыйыулығы, юғары профессионализмы – илдең тыныс тормош гарантияһы. Хәрби авиация профессионалдарының таһыллығы, туғандарса татыулығы, ҡаһарманлығы эскерһеҙ хөрмәт уята.

Рәсәй армия авиацияһын нығытыуға Башҡортостан тос өлөш индерә. Күмертауҙа Ка-28, Ка-29, Ка-31, Ка-226 модель вертолеттары етештерелә. Конструкторҙар осоу техникаһының яңы өлгөләрен дә уйлап сығара.