8 декабрь, Кесе йома

28 октябрь 2013 йыл, 16:03

Башҡортостанда йылы һәм ямғырлы һауа торошо һаҡланасаҡ

автор: Галина Бахшиева

Был аҙнала Башҡортостанда көҙгөсә йылы, урыны менән яуым-төшөмлө һауа торошо һаҡланасаҡ.

Һауа температураһы алдағы көндәрҙә 8-11 градус йылыға тиклем етәсәк. Төнөн термометр бағанаһы плюс 1-7 градусҡа тиклем төшәсәк.

Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, аҙна аҙағына һауа торошо үҙгәрмәйәсәк, тик республикала ғына бер аҙ һалҡынайтыу көтөлә.

темалар: һауа торошо