3 декабрь, Шәмбе

28 октябрь 2013 йыл, 15:58

Вячеслав Зайцев: «Өфө трикотаж фабрикаһы менән беренсе эш тәжрибәһе беҙҙең Мода йорто өсөн уңышлы, тип иҫәпләйем»

автор: Гөлсәсәк Ханнанова | фото: Франческо Джорджио, Италия

TRICARDO яңы бренд аҫтында сығыш яһаусы Өфө трикотаж фабрикаһы, Рәсәйҙә тәү башлап күренекле Рәсәй модельеры Вячеслав Зайцев менән берлектә эшләнгән «Яҙ-йәй 2014» модалы кейем коллекцияһын күрһәтте. Ул Мәскәүҙә барған Рәсәйҙә Mercedes-Benz мода аҙналығы сиктәрендә уҙҙы һәм Өфө трикотажсыларының ысын триумфы булды.

Fashion Week Mercedes-Benz Russia – ул Мәскәүҙәге йылдың иң күркәм ваҡиғаларының береһе. Быйыл ул Манеж майҙанында, «Манеж» үҙәк күргәҙмә залында Рәсәйҙән, Великобританиянан, Израилдән һәм башҡа илдәрҙән, 70 алдынғы дизайнерҙы йыйып, уларҙың коллекцияларын күрһәтеүҙе ойошторҙо. Йома Мода аҙналығы сиктәрендә Сәнәғәт коллекцияһы көнө уҙҙы, унда РФ сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Денис Мантуров, йырсы Алла Пугачева, билдәле телевизион тапшырыуҙар алып барыусы Андрей Малахов  килде.

Вячеслав Зайцев был көндө тамашасыларға прет-а-порте коллекцияһын, TRICARDO сауҙа маркаһы аҫтында сығыш яһаусы Өфө трикотаж фабрикаһы менән берлектә эшләнгән – ирҙәр өсөн бер нисә комплект менән тулыландырылған ҡатын-ҡыҙ кейеменең алты темаһын тәҡдим итте.

Өфө трикотаж фабрикаһының генераль директоры Зөһрә Исмәғилева һөйләүе буйынса, Вячеслав Зайцев менән уның хеҙмәттәшлеге быйыл март айында Вологдала үткән еңел сәнәғәт үҫеше проблемалары буйынса конференцияла башланды. Башта бергәләп яңы мәктәп формаһы сығарыу  өҫтөндә эшләнеләр, артабан яңынан-яңы идеялар тыуҙы. Коллекцияның дизайн өлөшөн мэтр үҙе эшләне, әммә фабриканың үҙ рәссамдары ла тос өлөш индерҙе. Коллекция өҫтөндә эшләгәндә модельер Өфөгә бер нисә тапҡыр килде, уның әйтеүе буйынса «предприятие менән эшләүҙән ул ҙур ләззәт алды». «Был — ҙур эштең башы ғына, тип уйлайым, ә киләсәктә коллекция әйберҙәрен беҙҙең мода йорттары һатасаҡ, уны мәскәүлеләр ҙә, башҡа ҡалаларҙа йәшәүселәр ҙә һатып ала аласаҡ. Коллекция сериялы етештереүгә сығарыу өсөн бик перспективалы һәм ул һис һүҙһеҙ Өфөлә сығарыласаҡ, — тине Вячеслав Зайцев Мәскәүҙә үткән күрһәтеүҙә.—  Был беҙҙең Мода йортоноң төбәк фабрикалар менән тәүге эш тәжрибәһе һәм ул уңышлы килеп сыҡты, тип уйлайым. Дөрөҫөн әйткәндә, Вологдала танышып, етәкселек саҡырғандан һуң Өфөгә килгәс, хайран ҡалдым. Яңы ҡорамалдар, квалификациялы хеҙмәткәрҙәр, һәләтле дизайнерҙарҙы күрҙем. Өфөлә беҙҙең Мода йортоноң фирма салоны бар һәм республикағыҙҙа беҙҙең продукцияға ихтыяж барлығын күреп ҡәнәғәт ҡалдым. Тиҙҙән унда берлектәге коллекциябыҙ ҙа урын табыр тип ышанам».

Зөһрә Исмәғилева әйтеүенсә, коллекция булдырыу фабрика өсөн яңы кимәлгә сығыуҙы белдерә, башҡа мода йорттары менән дә хеҙмәттәшлек итергә планлаштырыла.