9 декабрь, Йома

28 октябрь 2013 йыл, 13:49

БДПУ-ла төрки халыҡтар телдәрен һәм мәҙәниәтен тикшерҙеләр

автор: Арина Рәхимҡолова

М.Аҡмуллаа исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында башҡорт  филологияһы факультетының 20 йыллығына һәм Халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһының (ТӨРКСОЙ) 20 йыллығына арналған «Башҡорт филология фәне теорияһы һәм практикаһы һәм филологик белем» Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте. Сараға ярашлы «Төрки халыҡтар телдәре һәм мәҙәниәте» түңәрәк өҫтәле үткәрелде. Эш барышында йыйылыусылар ТӨРКСОЙ кафедраһының үҫеш планын, уның башҡа илдәр менән бәйләнешен, кафедраның Рәсәй юғары уҡыу йорттары менән берлектәге проекттарын, БДПУ-ның  башҡорт филологияһы факультеты базаһында төрки телдәрҙе маҡсатҡа ярашлы өйрәнеүҙе тикшерҙе.

Шулай уҡ конференция сиктәрендә ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ һәм төркмән халыҡтары мәҙәниәтенә арналған күргәҙмә үтте. Тантаналы асыуҙа төрлө милләттәр вәкилдәре, милли-мәҙәни йәмғиәттәр рәйестәре ҡатнашты. Ҡунаҡтар араһында БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, БДПУ ректоры Раил Әсәҙуллин, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Вельмир Аҙнаев булды.

Күргәҙмәлә тәбиғи материалдарҙан ҡул эштәре, милли костюмдар, музыка ҡоралдары, рәссамдар эштәре, көнкүреш әйберҙәре, китаптар, милли ҡурсаҡтар, баш кейемдәре һәм ювелир биҙәүестәр халыҡ иғтибарына тәҡдим иителде. Килеүселәр күргәҙмә менән танышып ҡына ҡалманы, шулай уҡ ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ һәм төркмән аш-һыуҙарынан ауыҙ итте.