11 декабрь, Йәкшәмбе

28 октябрь 2013 йыл, 13:17

Күгәрсен районында Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия тапшырҙылар

автор: Розалия Вәлиева

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияны тапшырыу тантанаһы шәмбе, 26 октябрҙә, Күгәрсен районында үтте. Сарала БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, БР Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков ҡатнашты.

-Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуып үҫкән ауылы Хоҙайбирҙелә байрам ҡунаҡтары яҙыусы һәм публицистың һәйкәленә сәскәләр һалдылар, музейға барҙылар, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына «Мораҙым» район гәзите хәбәрсеһе Айгөл Әйетҡолова. — Һуңынан һәр лауреат йола буйынса ағас ултыртты. Тантаналы өлөшө Ялсы ауылы клубында үтте. Был премияға 24 журналист дәғүә итте, өсәүһе генә наградаға лайыҡ булды. «Өмөт» гәзитенең баш мөхәррире Рәдис Ноғоманов «Янырға икән — янырға...» китабы өсөн, «Башҡортостан» гәзитенең фото хәбәрсеһе Айрат Нурмөхәмәтов «Башҡортостан» гәзитендә сыҡҡан замандаштар тураһында фото баҫмалар серияһы өсөн һәм «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының телевидение студияһы бүлеге начальнигы Зөлфиә Рәхмәтуллина «Телеүҙәк» телетапшырыуҙар циклы һәм «Алло, һеҙҙе «Юлдаш» тыңлай»,«Йондоҙҙар хәтеренән»  автор радиотапшырыуҙары өсөн премия лауреаттары булды. Район премияһын тележурналист Сәрүәр Сурина алды. Премияға 50 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк ҡаралған.

Шәһит Хоҙайбирҙин премияһы 1989 йылдың 8 апрелендә БР Журналистар союзы тарафынан киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең ижади эшмәкәрлеген дәртләндереү маҡсатында булдырыла. Премия йылдағы иң яҡшы журналистик әҫәрҙәре өсөн айырым хәбәрселәргә йәки авторҙар коллективына бирелә. Конкурс еңеүселәренә «Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Журналистар союзы премияһы лауреаты» исеме, диплом һәм түшкә таға торған билдә тапшырыла. Беренсе лауреаттары «Советская Башкирия» гәзите хеҙмәткәрҙәре Анатолий Козлов, Виктор Шмаков, Алик Шакиров (авторҙар коллективы) һәм Башҡортостан телевидениеһы күҙәтеүсеһе Марсель Ҡотлоғәлләмов булды. Премияны Шәһит Хоҙайбирҙиндың ҡыҙы Тамара Шәһит ҡыҙы тапшырҙы. 1996 йылдың 30 сентябрендәге Министрҙар Кабинеты ҡарары менән премия республика статусына эйә булып, хәҙер йыл һайын бүләкләү тантанаһы Күгәрсен районында уҙа. Ошо ваҡыт арауығында 70 кеше был абруйлы журналистика премияһының лауреаты булды. Юғары исемгә лайыҡ булыусылар араһында билдәле журналистика ветерандары —  Виктор Орлов, Рәүеф Насиров, Рәйес Ҡасимов, Рәиф Бадыков, Вячеслав Стрижевский, Алла Докучаева, Марсель Сәлимов, Альфред Стасюконис, Ирина Николенко, Тамара Нефедова.