3 декабрь, Шәмбе

28 октябрь 2013 йыл, 12:55

Билдәле журналист Ризван Хажиев вафат булды

автор: "Башинформ"

Республика журналистикаһы ҙур юғалтыу кисерҙе – 74-се йәшендә иҫ киткес публицист, журналист, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Ризван Закирхан улы Хажиев вафат булды.

Ризван Хажиев 1939 йылдың 30 сентябрндә Мәсетле районының Һөләймән ауылында тыуған. Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбен һәм Силәбе өлкәһенең 31-се Бакал һөнәрселек училищеһын тамамлағандан һуң паровоз машинисы ярҙамсыһы булып эшләй. 1960-1963 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.

1963 йылдың октябренән алып 1964 йылдың авгусына тиклем Мәсетле районының «Коммунист» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй. 1969 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын ҡыҙыл диплом менән тамамлай. Унда ул комсомол комитетының икенсе сәркәтибе һәм юғары уҡыу йорто студенттарының хеҙмәт семестры штабы начальнигы була.

1969-1974 йылдарҙа Мәләкәҫ һигеҙ йыллыҡ мәктәбе директоры, Мәсетле район Советы башҡарма комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире, «Коммунист» гәзите мөхәррире урынбаҫары вазифаларын башҡара. 1947 йылдан алып 1981 йылға тиклем – «Совет Башкортостаны» республика гәзитенең Учалы һәм Төньяҡ-көнсығыш кустары буйынса үҙ хәбәрсеһе булып эшләй. 1981 йылда Ризван Хажиев «Совет Башкортостаны» гәзите редакцияһының партия тормошо бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә, 1987 йылдың декабрендә  Башҡортостан Журналистар союзы идараһына яуаплы сәркәтип итеп һайлана, ә 1990-1996 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы рәйесе булып эшләй. Башҡорт дәүләт университетында башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының деканы урынбаҫары һәм журналистика кафедраһы уҡытыусыһы булып бер йыл ярым эшләгәндән һуң, 1997 йылдың октябрендә «Ватандаш» журналы редакцияһына баш мөхәррир урынбаҫары вазифаһына эшкә саҡыралар һәм ул унда 2001 йылға тиклем, пенсияға сыҡҡансы, эшләй.

Ризван Хажиев 1969 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы, 1990 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, 1991 йылдан Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы була. Ул филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты, Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге премия лауреаты, «Совет Башҡортостаны», «Ҡыҙыл Таң», «Йәшлек» гәзиттәренең, «Ватандаш» журналының премиялары лауреаты була, БР Почет грамотаһы менән бүләкләнә, Мәсетле районы Һөләймән ауылының почетлы гражданы, 1990-1995 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы халыҡ депутаты итеп һайлана.

Ризван Хажиев БР Журналистар союзында рәйес булып эшләгән йылдарҙа Журналистар союзы Уставы, Журналистың һөнәри этикаһы кодексы ҡабул ителә, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Журналистар Союзының йыл һайын бирелә торған премияһы булдырыла, аҙаҡтан Хөкүмәт премияһы булып китә. БР халыҡ депутаты булараҡ, мәҙәниәт, фән, мәғариф, киң мәғлүмәт саралары өлкәләрендә Закондар һәм Кодекстар сығарғанда әүҙем ҡатнаша.

Ризван Хажиев үҙен үткер, үҙенсәлекле ҡаурый оҫтаһы – иҫ киткес журналист, етди прозаик, әүҙем парламентарий, һәләтле йәмәғәт эшмәкәре итеп күрһәтә алды. Яҙыусы һәм публицист булараҡ, ул хәҙерге заман башҡорт әҙәбиәтенең ижади проблемалары, башҡорт халҡының мәҙәни мираҫын һаҡлау мәсьәләләре, тарихи шәхестәрҙең тормошо, хәҙерге осор һәм рухи үҫештең иң көнүҙәк мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһынды.

Ризван Хажиев – бөгөнгө тормошобоҙҙоң иң көнүҙәк темаларына ҡағылышлы бик күп очерктар, очерк-портреттар, хәтерҙә ҡалырлыҡ репортаждар авторы – «Тауҙағы имән кеүек»,«Иңбаштарҙа ил ҡеүәте», «Баҫыуҙар өҫтөндә йондоҙҙар», «Одер өҫтөндәге яҡтылыҡ» һәм башҡалар. Уның һәр бер публицистик әҫәре йәмәғәт тормошоноң мөһим ваҡиғаһына әйләнә, уның тураһында һөйләйҙәр, бәхәсләшәләр, фекерҙәрен әйтәләр. Ҡайһы бер очерктары өҫтәмә тикшеренеүҙәрҙән һуң уҡыусыһына китап булып ҡайта. Уның төрлө йылдарҙа «Бейек Татр бөркөтө» (1981 йылда), «Әгәр мин янмаһам» (1988 йылда), «Хәүефле Афғанстан тауҙары» (1989 йылда) документаль повестары нәшер ителә. Ризван Хажиевтың үткән быуаттың 90-сы йылдарында нәшер ителгән «Журналист оҫталығы дәрестәре» һәм «Журналист булып ҡалам» китаптары һәр журналистың өҫтәл китаптарына әйләнә.

Ғалим-филолог булараҡ, күп йылдар дауамындағы өйрәнеүҙәр һөҙөмтәһе булып Ризван Хажиевтың ғилми нигеҙләнгән, тәрән һәм ҡыҙыҡлы күҙәтеүҙәргә бай башҡорт публицистикаһының үҫеш тарихы тураһында мәҡәләләре – «Юлтый — публицист», «Хаттарҙа публицистика », «Башҡорт әҙәбиәтендә мемуарҙар», «Жанр үҫешендә йүнәлештәр».

Ул бер ҡасан да тыуған Мәсетле районы менән бәйләнешен өҙмәй. Һуңғы йылдарҙа ул тағы ла арта бара, сөнки Ризван Хажиев бәләкәй ватанында үҙен Мәсетле еренең ҙур патриоты итеп тоя, эшләй һәм йәшәй. Тик һуңғы йылдарҙа ғына уның яңы китаптары: «Кем һин, Сабир Ваһапов?», «Шундай ер бар — Мәсетле ере», «Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы»ның ҡыҫҡа энциклопедияһы донъя күрә.

Иҫ киткес журналист һәм яҡшы кеше – Ризван Закирхан улы Хажиев тураһында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.

темалар: хәтер