8 декабрь, Кесе йома

28 октябрь 2013 йыл, 11:38

Зөһрә Рәхмәтуллина: “Башҡортостан үҙ мәҙәниәте менән таныштырыуҙа бай тәжрибәгә эйә”

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостандан депутат, Дәүләт Думаһының Мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина 2014     йылдың майында Мәскәүҙә «Төркиә ритмдары»  Төрөк мәҙәниәте көндәре әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышында ҡатнашты. Ул Истанбулда үтте.

Рәсәй менән Төркиә араһында һуңғы ваҡытта күршеләрсә татыу мөнәсәбәттәр үҫешә бара. Билдәле булыуынса, быйыл апрелдә Истанбулда урыҫ мәҙәниәте фестивале үтте, уға ярашлы Рәсәй киноһы көндәре һәм төрлө мәҙәни-тамаша саралары үткәрелде. Улар үҙенсәлекле һәм бай Рәсәй мәҙәниәтен һәм сәнғәтен яратҡан бик күп төрөктәрҙе йыйҙы.

— Һәр халыҡтың мәҙәниәте бай һәм күп яҡлы, һәм фестиваль барышында бер нисә көн эсендә генә башҡа мәҙәниәттең төп ҡиммәттәрен һәм үҙенсәлеген, халыҡтың тотош тормошон сағылдырыусы милли сәнғәт колоритын тамашасыға еткереү еңелдән түгел,   — тип иҫәпләй депутат. — Шуға күрә башҡа төбәктә, етмәһә башҡа дәүләттә үҙ мәҙәниәтең менән таныштырғанда тотош халыҡтың рухын, көнкүрешен, тормош асылын, менталитетын асып бирә алырлыҡ сиктәрҙе һәм артефакттарҙы һайлап алыу бик мөһим.  

Парламентарий фекеренсә, Башҡортостан Рәсәй төбәктәрендә генә түгел, сит илдәрҙә лә күп милләтле Башҡортостан мәҙәниәтен презентациялау буйынса бик бай тәжрибәгә эйә. Атап әйткәндә, Төркиәлә, Истанбулда, йыл һайын башҡорттарҙың «Һабантуй» байрамы үткәрелә. Һуңғы араларҙа ғына республика Сыуаш Республикаһында, Ҡаҙағстанда, Парижда ЮНЕСКО-ның штаб-квартираһында үҙ мәҙәниәте һәм сәнғәте менән таныштырҙы.

Парламентарий мәҙәниәт фестивалдәрен әҙерләү һәм ойоштороуҙа «Башҡортостан тәжрибәһе» менән уртаҡлашты һәм төрөк коллегаларына Мәскәүҙә төрөк мәҙәниәте көндәрен үткәреү буйынса ҡайһы бер конструктив позициялар тәҡдим итте.  

Мәскәүҙә Төрөк мәҙәниәте көндәре сиктәрендә төп бейеү коллективтарының, эстрада башҡарыусыларҙың, сығыштары,  театраль спектакль, «Ғәжәйеп быуат» («Великолепный век») телесериалы актерҙары менән осрашыу, исеме бөтә донъяға билдәле төрөк фотокорреспонденты А.Гюлерҙың фотокүргәҙмәһе планлаштырыла. Мәскәүҙәрҙе халыҡ ижады изделиелары күргәҙмәһе, сувенир продукцияһы һатыу, төрөктәрҙең аш-һыуҙары менән танышыу көтә.