3 декабрь, Шәмбе

28 октябрь 2013 йыл, 10:12

2013 йыл аҙағына Башҡортостанда туғыҙ дәүләт хеҙмәтләндереүҙәре үҙәге асыласаҡ

автор: Розалия Вәлиева

2013 йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда дәүләт хеҙмәтләндереүҙәре күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәктең туғыҙ филиалы асыласаҡ. Был турала Рәсәй реестрының Башҡортостан Республикаһы  буйынса идаралығында коллегия ултырышында хәбәр иттеләр.

Хәҙерге ваҡытта Башҡортостанда күп функциялы үҙәктең алты офисы эшләй, учреждение  2014 йыл уртаһына офистар һанын 25-кә еткерергә, ә 2014 йыл аҙағына район үҙәктәрендә ҙур булмаған филиалдар асырға планлаштыра.

Күп функциялы үҙәктәр граждандарға  214 дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәре күрһәткәндә аралашсы булып тора, уларҙың дүртәүһе –Рәсәй реестрының дәүләт хеҙмәттәре, улар күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәттәрҙең 80 процентын тәшкил итә.