Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһының яңы составы һайланды

Мәҙәниәт

Билдәле әҙәбиәтсе һәм йәмәғәт эшмәкәре,  Башҡортостанда булдырылған С.Т.Аксаков исемендәге премия лауреаты Валерий Ганичев Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһына етәкселек итеүен дауам итәсәк. Яңы биш йыллыҡ срокка уны һайлау тураһындағы ҡарар Яҙыусылар ойошмаһының 21-24 октябрҙә үткәрелгән 14-се съезында бер тауыштан ҡабул ителде. Союздың эше ҡәнәғәтләнерлек тип табылды. РФ Яҙыусылар союзы идараһының  һәм уның контроль-ревизия комиссияһының яңы составы һайланды. РФ Яҙыусылар союзы Уставына яңы Рәсәй закондарына ярашлы үҙгәрештәр индерелде. Яңы структура — Юғары ижади совет раҫланды, уның составына Рәсәйҙә һәм сит илдә танылған абруйлы яҙыусылар инде.

Башҡортостандан съезда БР Яҙыусылар союзы рәйесе Риф Тойғонов, республика яҙыусылар ойошмаһы идараһы ағзалары Әмир Әминев һәм Камил Йыһаншин ҡатнашты. Статусы буйынса Риф Тойғонов РФ Яҙыусылар союзы секретариаты составына индерелде, ә Аксаков фонды рәйесе Михаил Чванов Яҙыусылар союзы секретары итеп ҡалдырылды. Камил Йыһаншин Юғары ижади совет составына һайланды.

Пленар ултырыш Мәскәүҙә үтте, ә съездың бөтә төп ваҡиғалары — Калуга өлкәһендә, унда яҙыусыларҙы дүшәмбе кис автобустарҙа килтерҙеләр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть