5 декабрь, Дүшәмбе

25 октябрь 2013 йыл, 17:55

Призывниктарҙың ата-әсәләренә хәрби хеҙмәткә саҡырыу үҙенсәлектәре тураһында һөйләнеләр

автор: Людмила Терновая

Өфөлә, Өфө ҡала округы ҡала хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты һәм Баш ҡала йәштәрен патриотик рухта тәрбиәләү үҙәге ойошторған, «Ышаныс телефоны» аша хәрби хеҙмәткә саҡырыу йәшендәге егеттәргә, уларҙың ата-әсәләренә һәм туғандарына социаль һәм мәғлүмәти ярҙам күрһәтеү буйынса йыл һайын үткәрелә торған «Көҙгө саҡырылыш» акцияһы уҙҙы.

Һорауҙарға БР хәрби комиссариатының Өфөнөң Октябрь һәм Совет райондары буйынса бүлегенең граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу бүлексәһе начальнигы Рифат Ғиззәтуллин   яуап бирҙе, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

Акция барышында 20 шылтыратыу ҡабул ителгән. Өфө ҡалаһы халҡы ла, республиканың ҡала һәм райондарында йәшәүселәр ҙә әүҙем ҡатнашты. Призывниктарҙың ата-әсәләре һәм туғандары шылтыратты.  Һорауҙар йышыраҡ хәрби хеҙмәттән кисектереү алыу, РФ Ҡораллы Көстәр сафына һайлап алыу критерийҙары, саҡырыу йәшен оҙайтыу, хеҙмәт итеү ваҡытын арттырыуға ҡағылды.