5 декабрь, Дүшәмбе

25 октябрь 2013 йыл, 18:09

Башҡортостанда грипп эпидемияһы декабрь аҙағында көтөлә

автор: Ольга Мортазина | фото: Андрей Старостин

Башҡортостанда вируслы ауырыуҙар эпидемияһы декабрь аҙағында – ғинуар йәки февраль урталарында көтөлә, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығында үткәрелгән матбуғат конференцияһында БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре. 2013-2014 йылдарҙың ҡышына Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы Ерҙең төнъяҡ ярымшары илдәренә А/ California/ 07/ 2009 (H1N1, «сусҡа киҙеүе» булараҡ билдәле), A/ Victoria/361/ 2011 (H3N2 — «гонконг грипы»), B/ Massachussets/2/ 2012 (Ямагата буйы) вирус штаммалары менән вакциналарын тәҡдим иткән. Вакциналар бер миҙгелгә генә эшләнелә һәм киләһе йылына ҡулланылмай, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды СПИД һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы  көрәшеү республика үҙәгенең баш табибы Рафаэль Яппаров.

Прививка кампанияһы сиктәрендә федераль бюджет аҡсаһы иҫәбенә республикаға 800 мең кешелек вакцина килтерелә. Тағы ла 18 мең дозаны БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы республика бюджеты иҫәбенән ала. «Бөгөнгө көнгә халыҡтың дүрт проценты прививкаланған, тотороҡло эпидемик хәлде тәьмин итеү өсөн 30 процент талап ителә. Төбәктә даими рәүештә халыҡтың дүрттән бер өлөшө прививка яһата», — тине Рафаэль Яппаров.

Табиптар коронавирус инфекцияһына күберәк иғтибар бүлде, әлегә унан прививкалар юҡ. Ул инфекция Яҡын Көнсығыш илдәренән «индерелә», шуға күрә унан килеүсе граждандар, шулай уҡ хажға барыусылар, эпидемиологик контролгә алына. «Ул ринит симптомы менән бик хәүефле киҫкен респиратор ауырыу. 2002 йылда уны Ҡытайҙа асыҡлағандан алып, был инфекциянан 30 илдә бер меңләгән кеше үлде. Быйыл 18 майҙа яңы коронавирус Сауд Ғәрәбстанында теркәлә – 81 йәшлек ҡатын ауырып китә. Яңы вирус патогенезы әлегә билдәһеҙ. Сир тиҙ үҫешә һәм бер нисә көн эсендә типик булмаған пневмонияға килтереүе мөмкин, ул саҡта үпкәләр «ирегән» кеүек була», — тип һөйләне БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш терапевы Венера Мостафина.

Табиптар, теләһә ҡайһы инфекцияларға ҡаршы тикшерелгән саралар ҡулланыу һөҙөмтәле, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды: улар – бер тапҡыр ҡуллана торған бирсәткәләр һәм битлектәр менән файҙаланыу, ҡулдарҙы һәм йотҡолоҡ өҫтөн йыуыу.