5 декабрь, Дүшәмбе

25 октябрь 2013 йыл, 17:09

Рәсәй почтаһы «Ҡыш бабайҙан ҡотлауҙар»ға заявкалар ҡабул итә башланы

автор: Розалия Вәлиева

Башҡортостандың почта бүлексәләрендә «Ҡыш бабайҙан ҡотлау» – Рәсәй почтаһының традицион хеҙмәтенә заявкалар ҡабул итеү башланды, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.

Республика халҡы, үҙе теләгән почта бүлексәһе аша Ҡыш бабайҙан бүләк тип рәсмиләштереп, туғандарына һәм яҡындарына хат йәки бүләк ебәрә ала.

Рәсәй Почтаһы 2013 йылда 18 бүләк төрөн тәҡдим итә, шул иҫәптән өлкәндәр өсөн бүләктәр ҙә. Бәләкәстәргә – уйынсыҡтарҙан торған йыйылмалар, ә өлкәнерәктәргә һәм үҫмерҙәргә ижад йәки уйындар өсөн йыйылмалар ебәрергә мөмкин, ә өлкәндәрҙе күркәм плед менән ҡыуандырып була. Яңы йыл байрамына бүләктәр иҫәбенә сюрприз-бүләк тә инә. Һәр бер яңы йыл бүләгенә Ҡыш бабайҙан хат ҡушып һалына.

Бөтә байрам ҡотлауҙары адресаттарға беренсе класс бандероле һәм заказлы хат менән ебәрелә. Ебәреүсе посылканың йәки хаттың барып етеүен трек-һаны буйынса Рәсәй почтаһы сайтында урынлаштырылған интернет-бит хеҙмәтендә күҙәтә ала. Заказ һаны квитанцияла яҙыла.

«Ҡыш бабайҙан ҡотлау» хеҙмәтенең хаҡы һайланған бүләккә бәйле, 130 һумдан алып 1200 һумға тиклем булыуы мөмкин. Клиенттарға уңайлы булһын өсөн почта операторҙары хеҙмәт өсөн түләүҙе почта бүлексәһендә йәки «Яндекс.Деньги» түләү системаһында түләү мөмкинлеге бирә. Заявкалар 23 декабргә тиклем ҡабул ителәсәк, ә яңы йыл ҡотлауҙарын һәм бүләктәрен адресаттарға 1 декабрҙән тарата башлаясаҡтар. Ҡотлауҙарҙы Яңы йылға тиклем мотлаҡ еткереү өсөн  заказды 3 декабргә тиклем рәсмиләштерергә һәм түләргә кәңәш ителә. 2012 йылда республика халҡы алты меңдән ашыу «Ҡыш бабайҙан ҡотлау» заказын рәсмиләштергән.