10 декабрь, Шәмбе

25 октябрь 2013 йыл, 16:04

Рәсәйҙең иң яҡшы ҡалалары араһында Өфө 9-сы урында

автор: Галина Бахшиева

«Урбаника» территориаль планлаштырыу институты (Санкт-Петербург ҡалаһы) Рәсәй Архитекторҙар союзы менән берлектә булдырылған сираттағы «Рәсәйҙең 100 иң ҙур ҡалаһының интеграль рейтингы» тикшеренеүенә йомғаҡ яһаны.

Был рейтинг йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың баш ҡалаһы, илебеҙҙең Дондағы Ростов (10-сы урын), Түбәнге Новгород (16-сы), Новосибирск (17-се), Силәбе (18-се), Санкт-Петербург (19-сы), Ҡазан (20-се), Һамар (21-се), Омск (24-се), Волгоград (25-се) һәм Пермь (28-се) кеүек ҙур ҡалаларын уҙып, туғыҙынсы урынды биләне.

Етмәһә, Рәсәйҙең миллиондан ашыу кеше йәшәгән ҡалалары араһында, интеграль рейтинг һөҙөмтәләре буйынса, Өфө өсөнсө урында тора. Башҡортостан баш ҡалаһынан алда Екатеринбург һәм Воронеж.

Өфө хакимиәте сайтында хәбәр ителеүенсә, Башҡортостандың баш ҡалаһы элеккесә «Урбаника» рейтингында юғары һөҙөмтәләр биләп килә һәм Рәсәйҙең тормош кимәле һәм ҡала мөхите сифаты юғары булған ҡалалары араһында алдынғы урынды биләгән тәүге ун ҡалаһы иҫәбенә ингән.

«Урбаника»ның төп маҡсаты – илдә «хаҡ» һәм «сифат» күрһәткестәре нисбәтендә йәшәргә иң ҡулайлы ҙур ҡаланы табыу. Ул ҡаланың йәшәргә  йәлеп итеүсәнлеген күтәреү буйынса үткәрелгән сәйәсәт һөҙөмтәлелеген сағыштырып баһаларға мөмкинлек бирә.

Тикшеренеүҙәр барышында, ҡала мөхитенең сифаты кеүек, ҡалала йәшәүселәр өсөн мөһим параметрҙар иҫәпкә алынды. Улар араһында – торлаҡ менән тәьмин ителеш, заманса ҡулланыу форматтары булыу, ҡала юлдарында транспорт күплеге кимәле, енәйәтселек кимәле, ҡаланың яҡтыртылыуы, шулай уҡ тәбиғәт шарттарының уңайлылыҡ кимәле, төҙөкләндереү һәм экологик бысраныу кимәле.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙең 100 иң ҙур ҡалаһы интеграль рейтингында 170 меңдән ашыу кеше йәшәгән ҡалалар ҡатнаша, уларҙа илебеҙ халҡының 44 проценты йәшәй. Уларҙан 68 ҡала Федерация субъекттарының баш ҡалалары булып тора, ә ҡалған 32-һе – икенсе кимәлдәге төбәк ҡалалары.

темалар: өфө,рейтингтар