Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Иң яҡшы кадровиктарҙың исемдәре аталды

Йәмғиәт

БР Президенты Хакимиәтендә йома, 25 октябрҙә, «Кадровик-профессионал-2013» өсөнсө республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте .

Конкурста Өфө, Учалы, Бөрө, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Белорет ҡалалары, Иглин һәм Краснокама райондарының кадрҙар буйынса төп белгестәре ҡатнашты. Конкурста ҡатнашыуға бөтәһе 70 кеше заявка биргәйне. Дүрт номинация булды: «Кадрҙар эш башҡарыуы», «Персонал менән идара итеү», «КонсультантПлюс белешмә хоҡуҡ системаларында хоҡуҡ мәғлүмәте эҙләү», «Хәҙерге заман дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт».

«Персонал менән идара итеү» номинацияһында беренсе урынды «Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең хеҙмәтте ойоштороу һәм нормалаштырыу инженеры  Дарья Мамаева, «Кадрҙар эш башҡарыуы» номинацияһында беренсе урынға һәм Гран-приға «Витязь» машиналар эшләү компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең  (Ишембай) кадрҙар әҙерләү буйынса төп инженеры Елена Лазарева лайыҡ булды.

Яңауыл районы хакимиәтенең муниципаль хеҙмәт һәм  кадрҙар эше секторының төп белгесе Эльвира Абдуллина «Хәҙерге заман дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт» номинацияһында еңеүсе булды.

«Респект» хоҡуҡ компанияһы тарафынан ойошторолған «КонсультантПлюс белешмә хоҡуҡ системаларында хоҡуҡ мәғлүмәте эҙләү» номинацияһында Белорет май-сыр комбинатының юрисконсульты һәм кадрҙар буйынса инспекторы Юлия Ҡәнәфина иң яҡшы тип танылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть