Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Хәйҙәр Вәлиев Бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә республикала парламент һайлауҙары хаҡында һөйләне

Йәмғиәт

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев Рәсәй Федерациһы субъекттарының һайлау комиссиялары рәйестәре менән «Һайлауҙар һәм йәмғиәт» Бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә республикала парламент һайлауҙарын ойоштороу һәм үткәреү, сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләре менән үҙ-ара эш алып барыу тураһында доклад менән сығыш яһаны. БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе эш нескәлектәре һәм һуңғы ваҡыттағы ҡаҙаныштар тураһында һөйләне.

Шулай уҡ Мәскәү ҡала һайлау комиссияһы рәйесе Валентина Горбунова, Төмән өлкәһе һайлау комиссияһы рәйесе Игорь Халин, Карелия Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Алексей Бахилин  һәм башҡалар үҙ эш һөҙөмтәләре хаҡында хәбәр итте.

Кәңәшмәне асып, Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Чуров, ултырыштың төп бурысы — эштәге етешһеҙлектәрҙе баһалау һәм һайлау системаһындағы проблемаларҙы хәл итеү юлдарын билдәләү, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Үҙ докладында ул хәҙерге ватан һайлау системаһын үҫтереүҙең төп этаптарын яҡтыртты. Атап әйткәндә, Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының аяҡҡа баҫыу этаптары, һайлауҙар тураһында закондарҙағы үҙгәрештәр, һайлау системалары өлкәһендә халыҡ-ара хеҙмәттәшлектең үҫеше  тураһында һөйләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть