4 декабрь, Йәкшәмбе

25 октябрь 2013 йыл, 11:29

Өфө эш биреүселәре йәрминкәгә килеүселәргә 350 эш урыны тәҡдим итте

автор: Галина Бахшиева

Кесе йома, 24 октябрҙә, Өфөнөң 38 эш биреүсеһе дәүләт милекселегенә ҡарамаған предприятиелар вакансиялары йәрминкәһендә ҡатнашты. Дөйөм алғанда, улар дәғүселәргә 350 буш эш урыны тәҡдим итте. Бында тәҡдим ителгән эш хаҡы 10-25 мең һум тәшкил итте.

Вакансиялар араһында — логист, стоматология поликлиникаһы администраторы, бухгалтер, һатыусы, ҡарауылсы, менеджер һәм видеокүҙәтеү операторы.

— Беҙҙең вакансиялар йәрмикәһенә килгән 320 кешенән 250-һе эш биреүселәр менән әңгәмәләшеүҙә ҡатнашты. Әңгәмәләшеү йомғаҡтары буйынса 100-ө эшкә саҡырыу алды. Тағы 165 кешене эш биреүселәр беҙҙең мәғлүмәттәр базаһынан һайлап алды, — тип хәбәр итте Өфөнөң Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге бүлеге начальнигы Ирина Турчина.

Киләһе вакансиялар йәрминкәһе 31 октябрҙә үткәреләсәк. Был юлы коммуналь, социаль һәм персональ хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтеү менән шөғөлләнеүсе предприятиелар һәм ойошмалар үҙ вакантлы урындарын тәҡдим итәсәк.