10 декабрь, Шәмбе

25 октябрь 2013 йыл, 10:36

Өфөлә электрон юл йөрөү билетын тулыландырыу адрестары үҙгәрҙе

автор: Розалия Вәлиева

«Өфө ҡалаһының электр транспорты идаралығы» муниципаль унитар предприятиеһы тарафынан ойошторолған универсаль электрон карталарын тулыландырыу пункттарында Башҡортостан социаль карталарындағы берҙәм социаль юл йөрөү билеттарын башҡаса тулаландырып булмай.

Юл йөрөү билеттарын Рәсәй Почтаһы бүлексәләрендә һәм «Башинформсвязь» салондарында тулыландырып мөмкин. Ғәмәлдәге тулылындырыу пункт адрестары тураһында мәғлүмәтте 8-800-100-81-80 ҡыҙыу линия телефоны аша (шылтыратыу бушлай) шылтыратып йәки Башҡортостан социаль карталар регистры сайтында алырға була.