11 декабрь, Йәкшәмбе

25 октябрь 2013 йыл, 10:24

Башҡортостан вәкилдәре - «Рәсәйҙең алтын ҡаурыйы» әҙәби премияһы лауреттары

автор: Людмила Кузьмина

Мәскәүҙә йыл һайын «Рәсәйҙең алтын ҡаурыйы» милли әҙәби премияһы сиктәрендә уҙғарылған халыҡ-ара конкурс еңеүселәрен ҡотланылар. Бүләкләү тантанаһы 23 октябрҙә Үҙәк әҙәбиәтселәр йортонда үтте. Номинанттар исемлегендә Башҡортостанда йәшәүселәрҙең фамилиялары ла бар.

«Шиғриәт» номинацияһында Өфөнән билдәле башҡорт шағирәһе Рәшиҙә Бикметова көмөш премия лауреаты булды. Ул абруйлы конкурс наградаһына Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә 2012 йылда сыҡҡан «Александр Невский» китабында баҫылған шул уҡ исемдәге тарихи поэмаһы өсөн лайыҡ булды.

«Балалар өсөн әҙәбиәт» номинацияһында Өфөнөң 26-сы мәктәбе уҡытыусыһы, «Ҡояшлы түңәрәк» («Солнечный круг») балалар радиотапшырыуы етәксеһе Элеонора Дударь , Өфөнән «Турғай нимә тураһында сиҡылдай» («О чем чирикал воробей») әкиәте һәм ундағы һүрәттәре өсөн Оля Кулакова, шулай уҡ Күмертауҙан «Терпе» («Ёж») әҫәре өсөн Виктория Черкасова көмөш лауреаттар булды.

«Минең бәләкәй ватаным» («Моя малая родина») номинацияһында «Яр йылғаны күндергән»(«Берег речку уговаривал») әҫәре өсөн Стәрлетамаҡтан Константин Вуколов та билдәләнде. Ул да көмөш лауреат.

Быйыл жюри ағзалары 70 илдән 30 меңдән ашыу әҫәр ҡараған. 21 номинация буйынса эштәр быйыл 1 ғинуарҙан 1 октябргә тиклем ҡаралған.

«Рәсәйҙең алтын ҡаурыйы» милли әҙәбиәт премияһы 2005 йылда ойошторолған.

Уның ойоштороусылары араһында – Мәскәү Яҙыусылар союзы, Рәсәй Яҙыусылар союзы, Рус һүҙлеге фонды. Конкурс әҙәби ижад өлкәһендә һәләтлеләрҙе асыҡлау, уларға ярҙам итеү һәм дәртләндереү, шулай уҡ рус телен һәм әҙәбиәтен популярлаштырыу маҡсатында үткәрелә.