8 декабрь, Кесе йома

24 октябрь 2013 йыл, 17:05

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы көнө билдәләнә

автор: Арина Рәхимҡолова

Бөгөн Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы (БМО) көнө билдәләнә. 1945 йылдың 24 октябрендә был ойошманың ул саҡта 51 дәүләт вәкилдәре ҡул ҡуйған Уставы көскә инә. Шул саҡтан был дата бөтә донъяла БМО көнө булараҡ билдәләнә. Икенсе Бөтә донъя һуғышы йомғаҡтары буйынса киләсәктә бындай фажиғәләргә юл ҡуймау маҡсатында булдырылған был ойошма тыныслыҡты нығытыуға һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлеккә булышлыҡ итә. БМО составына бөгөн 190-дан ашыу дәүләт инә.

Йылдан-йыл БМО үҙ эшмәкәрлеге даирәһен киңәйтә бара. Мәҫәлән, БМО-ның ҡораллы бәрелештәр кисергән дәүләттәргә ярҙам итеү эшен юлға һалыусы Донъя ҡоролошо буйынса комиссияһы төҙөлдө һәм әүҙем эшләй башланы. Бер нисә йыл элек ойошторолған Кеше хоҡуҡтары буйынса совет та мөһим роль уйнай, ә күптән түгел БМО составында ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуҡтары менән шөғөлләнеүсе тағы бер яңы структура барлыҡҡа килде.

Башҡортостан Республикаһы Рәсәйҙең БМО һәм уның махсуслаштырылған подразделениелары  — ЮНЕСКО, ЮНИДО һәм ПРООН программалары буйынса эшләүсе иң әүҙем  субъекттарының береһе.  Республиканың ЮНЕСКО менән хеҙмәттәшлеге сиктәрендә  2008 йылда һәм быйыл Парижда ЮНЕСКО штаб-квартираһында Башҡортостанды презентациялау үткәрелде, БР Хөкүмәте менән ЮНЕСКО араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Ошо килешеү нигеҙендә республикала мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт өлкәһендә күп кенә ижтимағи мөһим проекттар тормошҡа ашырылды.

ЮНИДО-ның Башҡортостан буйынса интеграцияланған программаһы сәнәғәткә ярҙам итеүгә, инвестициялар йәлеп итеүгә, тирә-яҡ мөхит торошона контроллек алып барыуға йүнәлтелгән. ЮНИДО эксперттарын йөлеп итеп, республикала күп кенә ҙур сәнәғәт проекттары бойомға ашырылды.

Шулай уҡ тиҫтә йылдан артыҡ Башҡортостан Рәсәйҙә БМО-ның Үҫеш программаһы вәкиллеге менән хеҙмәттәшлек итә. Был Программаға ярашлы 2009 йылда Рәсәйҙәге төбәктәрҙән беренсе булып Башҡортостанда берлектәге уникаль хеҙмәт — Кешелек потенциалын үҫтереү тураһында  доклад баҫтырып сығарыла.

темалар: байрамдар, бмо