9 декабрь, Йома

24 октябрь 2013 йыл, 15:37

Өфөлә беренсе башҡорт мамыҡ шәле йәрминкәһе үтәсәк

автор: Розалия Вәлиева

Өфөлә 26 октябрҙә беренсе башҡорт мамыҡ шәле йәрминкәһе үткәрелә, тип хәбәр итә Республика халыҡ ижады үҙәге матбуғат хеҙмәте.

Йәрминкәлә Башҡортостандың Ейәнсура, Стәрлебаш, Мәләүез райондарынан данлыҡлы дебет шәл бәйләү оҫталары ҡатнашасаҡ. Шәл һәм селтәрле яулыҡтарҙан тыш, Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары кәзә мамығынан бәйләнгән башҡа әйберҙәр ҙә: ойоҡбаш, бейәләй, бирсәткә, шарф, жилеттар һатып ала аласаҡ.

Йәрминкә Эшсе-хәбәрселәр урамы, 20  адресы буйынса махсус сауҙа майҙансығында сәғәт 10-дан 16 сәғәткә тиклем үтәсәк.