10 декабрь, Шәмбе

24 октябрь 2013 йыл, 15:13

277 меңдән ашыу кеше социаль льготаларҙың аҡсалата эквивалентын һайланы

автор: Розалия Вәлиева

277 369 кеше, йәғни Башҡортостан Республикаһының льготаларға хоҡуғы булған бөтә граждандары иҫәбенән 75,6 проценты, социаль хеҙмәтләндереүҙәр йыйылмаһының аҡсалата эквивалентын һайланы. Киләһе йылда улар пенсия менән бергә ай һайын аҡсалата компенсация аласаҡ, тип хәбәр иттеләр РФ Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә.

Хәҙерге ваҡытта соцпакет хаҡы айына 839 һум 65 тин тәшкил итә. Шунан 646 һум 71 тине — кәрәкле медикаменттар менән тәьмин итеүгә, 100 һум 05 тине — санатор-курорт дауалауға,  92 һум 89 тине ҡала эргәһе тимер юл транспортында, шулай уҡ ҡала-ара транспортында дауалау урынына бушлай барып ҡайтыуға ҡаралған.

2014 йылға социаль хеҙмәтләндереүҙәр йыйылмаһынан баш тартыу йәки уларҙы ҡайтарыу тураһында ғаризалар ҡабул итеү 30 сентябрҙә тамамланды. 2014 йылдың ғинуарынан Башҡортостан райондары һәм ҡалаларындағы идаралыҡтар федераль льготаларға эйә булыусыларҙан 2015 йылға ғаризалар ҡабул итә башлай.

Республикала федераль льготаға эйә булыусыларҙың дөйөм һаны 366 мең 519 кеше тәшкил итә.