7 декабрь, Шаршамбы

24 октябрь 2013 йыл, 12:27

Хәйҙәр Вәлиев Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы эше тураһында һөйләйәсәк

автор: Людмила Терновая

Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе  Хәйҙәр Вәлиев Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы үткәргән «Һайлауҙар һәм йәмғиәт» Бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә ҡатнаша. Кәңәшмә 24-25 октябрҙә Мәскәүҙә үтә. Унда Рәсәй субъекттары һайлау комиссиялары рәйестәренән тыш, Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте, Рәсәй Хөкүмәте, РФ Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы һәм Федерация Советы, Конституция суды, Юғары суд һәм РФ Генераль прокуратураһы, федераль башҡарма власть органдары, сәйәси партиялар, РФ Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре ҡатнаша .

Кәңәшмәлә Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Чуров, уның урынбаҫарҙары Станислав Вавилов һәм Леонид Ивлев, Комиссия секретары Николай Конкин, Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы, ағзалары, субъекттар һайлау комиссиялары рәйестәре сығыш яһаясаҡ. Шул иҫәптән Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев та

Бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә ҡатнашыусыларға электрон тауыш биреү өсөн яңы комплекс өлгөһө күрһәтеләсәк, тип хәбәр иттеләр БР Үҙәк һайлау комиссияһында.