6 декабрь, Шишәмбе

24 октябрь 2013 йыл, 13:40

2014 йылда Рәсәйҙә яңы йыл каникулдары һигеҙ көнгә һуҙыласаҡ

автор: Галина Бахшиева

Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев 2014 йылда ял көндәрен күсереү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

Алдағы яңы йыл каникулдары һигеҙ көнгә һуҙыласаҡ – 1 ғинуарҙан 8-нә тиклем. Был осорҙа ике ял көнө  — 4 һәм 5 ғинуар (шәмбе һәм йәкшәмбе) байрам көндәренә тура килә. Шуға күрә, РФ Хеҙмәт кодексының 112 статьяһы 2-се бүлегенә ярашлы, 2014 йылда хеҙмәткәрҙәр ял һәм байрам көндәрен рациональ файҙалана алһын өсөн, хөкүмәт был көндәрҙе 2 майға һәм 13 июнгә күсерергә ҡарар итте.

2014 йылдың 23 феврале ял көнөнә (йәкшәмбегә) тура килеү сәбәпле, был ял көнөн 3 ноябргә күсерергә тәҡдим ителде. Шулай итеп, киләһе йылдың ноябрендә Рәсәй халҡын дүрт көн рәттән ял итеү  көтә – 1 ноябрҙән 4-нә тиклем.

«Российская газета» сайтында хәбәр ителеүенсә, социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү комиссияһы 2014 йылда байрам көндәре графигын раҫланы.

Үрҙә әйтелеп үтеүенсә, яңы йыл каникулдары 1 ғинуарҙан 8-нә тиклем дауам итәсәк. Ватанды һаҡлаусылар көнөндә 22  һәм 23 февраль ял көндәре буласаҡ. Мартта ил халҡы 8 марттан 10-на тиклем ял итәсәк.

Май байрамдарында, быйылғы кеүек, эшкә бүленәсәктәр – ял көндәре 1 майҙан 4-нә тиклем һәм 9 майҙан 11-нә тиклем. Рәсәй көнөн дүрт көн рәттән байрам итергә мөмкин буласаҡ – 12 июндән 15-нә тиклем һәм ноябрҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә лә шул тиклем үк – 1 ноябрҙән 4-нә тиклем.

Бынан тыш, Башҡортостан халҡын үҙҙәренең, республика һәм мосолман байрамдары көтә – Республика көнө, Ураҙа байрамы һәм Ҡорбан ғәйете.

Быйылға килгәндә, Рәсәй халҡы ноябрҙә өс көн рәттән ял итә ала. 4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнө – быйыл дүшәмбегә тура килә, шуға ла байрам көнөн күсерергә тура килмәйәсәк.  Шул уҡ ваҡытта эш сәғәте йома, 1 ноябрҙә, ҡыҫҡартылмаясаҡ, тип аңлаттылар Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында, Халыҡтар берҙәмлеге көнөн билдәләү менән бәйле, Башҡортостанда 2013 йылдың 2,3 һәм 4 ноябре ял көндәре буласаҡ. Йыллыҡ төп һәм йыллыҡ өҫтәмә түләүле отпуск биргәндә 4 ноябрҙәге байрам көнө отпускының календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй.

темалар: байрамдар