Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

«Яңы республика парламенты составы: сәйәси партияларҙың роле һәм урыны» темаһына түңәрәк өҫтәл уҙҙы

Йәмғиәт

Өфөлә БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү проблемаларын ғилми-тикшереү үҙәгенең 20 йыллығына арналған «Яңы республика парламенты составы: сәйәси партияларҙың роле һәм урыны» темаһына түңәрәк өҫтәл уҙҙы. Ҡатнашыусылар республикала сәйәси көстәрҙең тупланмаһы, сәйәси партияларҙың үҙ йөкләмәләрен һәм бурыстарын нисек бойомға ашырыуҙары, шулай уҡ Башҡортостандың сәйәси системаһында оппозицияның ҡаҙаныштары һәм хаталары тураһында фекер алыштылар һәм Дәүләт йыйылышының яңы составынан нимәләр көтөүҙәрен белдерҙеләр.

Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Сергей Лаврентьев кәңәшмәне асып, бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайына депутаттарҙы һайлау «яңыртыу» лозунгыһы аҫтында үтте, тип билдәләне.

Халыҡ һайлаған депутаттарҙың эшендә индерелгән яңылыҡтарҙың береһе булып эксперт төркөмөн ойоштороу тора, тип билдәләне республика парламенты депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтов.

— Һайлаусылар менән эшләүҙең яңы формалары ла башлана. Һайлау кампанияһы барышында бик күптәр, һайлау үткәндән һуң депутаттар халыҡтың күҙенә лә күренмәй, тигәйне. Бөгөн үк күп депутаттар граждандарҙы ҡабул итә башланы. Яңы формалар араһында – интернет-ресурстарҙы (сайттар, блогтар) ҡулланыу. Үҙгәрештәр һайлау процесының үҙенә лә ҡағылды. Мәҫәлән, бөгөн парламентта индерелгән асыҡ тауыш биреү элементтары. Был дөрөҫ аҙым, сөнки һәр һайлаусы  үҙе һайлаған депутаттың айырыуса социаль йүнәлештәге закондар буйынса нисек тауыш биреүен белергә тейеш. Был депутаттың һайлаусы алдында яуаплылығын арттыра, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Ишмөхәмәтов.

Кәңәшмәлә ҡатнашҡан Өфө хакимиәтенең мәғлүмәт аналитика идаралығы – матбуғат хеҙмәте начальнигы Асҡар Фазлыев киң мәғлүмәт сараларында парламент эшмәкәрлеген сағылдырыу мәсьәләһен ҡуҙғатты. Үҙ сиратында, депутат Рөстәм Әхмәҙинуров  парламентарийҙарҙың матбуғат вәкилдәре менән үҙ-ара хеҙмәттәшлегенең яңы формаһына күсергә тәҡдим итте. Уның фекеренсә, телевидениела «Парламент сәғәте» эксперименталь проекттарҙың береһе булыуы мөмкин. Уның фекерен депутат Рөстәм Мөсәбиров яҡлап сыҡты.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың күбеһе, халыҡ тарафынан һайланған депутаттарға киң мәғлүмәт саралары  менән үҙ-ара килешеп эшләргә өйрәнергә кәрәк, тигән фекер менән ризалашты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть