3 декабрь, Шәмбе

24 октябрь 2013 йыл, 11:46

Төбәк халҡы үҙ депутатын интернетта таба ала

автор: Розалия Вәлиева

«Асыҡ республика» проектының «Депутаттар» порталы үҙ эшен башланы.

Хәҙер Башҡортостанда йәшәүсе һәр кеше сайтта географик карта буйынса ғына үҙ һайлау округы  депутатын таба ала, система ҡайһы депутатҡа мөрәжәғәт итергә кәрәклеген үҙе әйтәсәк.

Порталда шулай уҡ ҡайһы көндө шәхси ҡабул итеүгә килергә мөмкин булыуын да белергә мөмкин. Бынан тыш, һәр граждан оnline-ҡабул итеү бүлмәһе аша порталдағы депутаттың персональ битенә мөрәжәғәт яҙа ала.

«Депутаттар» интернет-порталы һайлаусылар менән парламентарийҙар араһындағы барьерҙарҙы бөтөрөү, ҡалала йәки алыҫ ауылда йәшәүсе ябай граждандарҙың проблемаларын хәл итеү өсөн булдырылған. Портал депутаттарҙың һәм граждандарҙың көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеү өсөн үҙ-ара килешеп эш итеү процесын тиҙләтә. Ресурсҡа муниципаль һәм республика  һайлауҙарында халыҡ һайлаған, шулай уҡ федераль кимәлдә төбәк мәнфәғәттәрен сағылдырған депутаттарҙың тормошо һәм эше тураһында бөтә мөһим белешмә мәғлүмәт индерелгән. Порталда  тематик мәҡәләләр һәм парламентарийҙарҙың сығыштары, яңылыҡтар һәм закон проекттары урынлаштырылған.

темалар: интернет