Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Бөгөн реклама хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләй

Йәмғиәт

Реклама хеҙмәткәрҙәре көнө – бөтә Рәсәй реклама төҙөүселәренең, реклама биреүселәрҙең, маркетолог һәм пиарсыларҙың һөнәри байрамы. Был байрам 1994 йылдан алып билдәләнә.

«Реклама — сауҙа моторы» – И.Ильф менән Е.Петровтың «Ун ике ултырғыс» («Двенадцать стульев»)  романындағы төп герой Остап Бендер үҙенең телмәрендә ҡулланған тапҡыр һүҙҙәр. Тимәк, 23 октябрь – ул сауҙаны үҫтереүгә, үҙ сиратында, Рәсәй иҡтисадына тос өлөш индереүсе ижади кешеләр көнө.

«Реклама» һүҙе латин теленән «reclamare» — ҡысҡырыу һүҙенән килеп сыҡҡан. Мәҙәниәтселәрҙең иҫбатлауҙары буйынса, боронғо Рим кешеләренең тантаналары барышында, триумфаль ваҡиғалар һуңында реклама элементтары булған: маҡтау телмәрҙәре, һуғыш барышында яулап алынған трофейҙарҙы күрһәтеү.

Боронғо сәйәси реклама башлыса ил башлыҡтары һәм полководецтарҙың статуяларында соҡоп яһалған үҙен маҡтаусы яҙыуҙарҙан ғибәрәт булған. Урта быуаттарҙа ла «реклама» конкуренцияһы күберәк телдән әйтелгән – һатыусыларҙың ҡысҡырыуҙары, таратыусыларҙың һәм берәҙәк кәсепселәрҙең саҡырыуҙары.

Бөгөнгө реклама – ҡатмарлы ғилем. Тауарҙарҙы һәм хеҙмәттәрҙе алға этәреү өсөн бик күп аҡса тотонола. Әммә рекламаның маҡсаты үҙгәрешһеҙ ҡалған – конкуренттарҙың продукттары араһында тауарҙы айырып күрһәтеү, уны маҡтап, һатыу күләмен арттырыу.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть