Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

2014 йыл башынан минималь эш хаҡы күләме 5554 һум тәшкил итәсәк

Иҡтисад

Дәүләт Думаһы Рәсәй Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының минималь эш хаҡы күләмен күтәреүгә йүнәлтелгән закон проектын беренсе уҡыуҙа хупланы.

Документ 2014 йылдың 1 ғинуарынан минималь эш хаҡы күләмен 6,7 процентҡа йәки айына 5554 һумға тиклем арттырыуҙы ҡарай.

Хәҙер минималь эш хаҡы күләме айына 5205 һум тәшкил итә. 2013 йылда эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумы күләме (айына 7911 һум) менән уның нисбәте, яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, 65,8 процент тәшкил итәсәк.

РФ Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтында билдәләнеүенсә, закон проекты минималь эш хаҡы күләмен, Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 133-сө статьяһы талабына ярашлы, эшкә һәләтле кешенең йәшәү минимумы күләменә аҡрынлап яҡынайтыу маҡсатында әҙерләнгән.

Минималь эш хаҡы күләмен арттырыу буйынса эш Рәсәй Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының 2013-2018 йылдарға эшмәкәрлек планына ярашлы, «Лайыҡлы хеҙмәт, ғәҙел эш хаҡы» маҡсатына өлгәшеү өсөн үткәрелә. 2018 йылда минималь эш хаҡы күләме эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумын тәьмин итәсәк, тип планлаштырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть