3 декабрь, Шәмбе

23 октябрь 2013 йыл, 15:39

Һәр спорт объекты мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе лә күҙ уңында тотоп төҙөлөргә тейеш

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова Сочиға эш сәфәре барышында сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн «Пара-Арт» III Асыҡ мәҙәниәт һәм спорт фестиваленә барҙы.

Фестивалдә ҡатнашыусыларға тәбрикләү сығышында депутат бындай сараларҙың мөһимлеген һәм зарурлығын билдәләне. Бындай осрашыуҙар ҡатнашыусыларҙа үҙ көсөнә ышаныс уята һәм йәмәғәт тормошоноң төрлө өлкәләрендә үҙен күрһәтеү мөмкинлеге бирә.

— Беҙ, мөмкинлектәре сикләнгән кещеләр, ысынында иһә күп нәмәгә һәләтлебеҙ. Үҙ миҫалымда мин спортта ла, эштә лә бөтә нәмәгә өлгәшеп булыуын иҫбатланым. Хәҙерге бөтә шарттар тыуҙырылған заманда күп нәмә үҙебеҙҙең әүҙемлеккә бәйләнгән. Бындай фестивалдәр яңы дуҫтар һәм фекерҙәштәр табыу өсөн яҡшы майҙансыҡ булып тороуына ла ышанам, — тине Рима Баталова.

Шулай уҡ эш сәфәре сиктәрендә данлыҡлы спортсы һәм депутат тиҙҙән XXII Олимпия һәм XI Паралимпия уйындары үтәсәк спорт ҡоролмаларын да барып ҡараны. Объекттарҙы ҡарағанда Рима Баталова ундағы мөхиткә ҙур иғтибар бирҙе. Ул, юғары ҡаҙаныштар спорты өсөн дә, шулай уҡ  күмәк спорт өсөн дә төҙөлгән һәр спорт объекты мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр ҙә файҙалана алырлыҡ булырға тейеш, тип билдәләне.