5 декабрь, Дүшәмбе

23 октябрь 2013 йыл, 12:19

Владимир Путин милләт-ара конфликттарҙы иҫкәртеү сараларын билдәләне

автор: Розалия Вәлиева | фото: РФ Президенты матбуғат хеҙмәте

Шишәмбе Өфөлә РФ Президенты ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышын асып, дәүләт башлығы  Владимир Путин түбәндәгеләрҙе билдәләне:

— Советтың беренсе ултырышында беҙ берлектәге эш планын билдәләнек, уның положениелары 2012 йылдың декабрендә раҫланған 2025 йылға тиклемге Дәүләт милли сәйәсәте стратегияһында иҫәпкә алынды. Хөкүмәт 2013-2015 йылдарға уны тормошҡа ашырыу планын ҡабул итте. Шулай уҡ Рәсәй милләте берҙәмлеген нығытыу, Рәсәйҙең этно-мәҙәни үҫеше программаһы ҡабул ителде, милли мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн тәүге тапҡыр программа-маҡсатлы ысул ҡулланылды. Урындарҙа Дәүләт милли сәйәсәте стратегияһына ярашлы  муниципаль һәм төбәк властарының тырышлығы айырыуса мөһим, ләкин тураһын әйтергә кәрәк, эш аҡрын ҡуҙғала.

Президент билдәләүенсә, федераль стратегияны тормошҡа ашырыу планын Рәсәйҙең туғыҙ ғына төбәге төҙөгән, ә тәғәйен эште алғанда, хәлдәр тағы ла насарыраҡ. Дәүләт башлығы, милләт-ара мөнәсәбәттәр — иң сетерекле мәсьәләләрҙең береһе, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Шуны иҫтә тоторға кәрәк, милләт-ара нигеҙҙә ығы-зығы урындарҙа тыуа, унда уларҙы алдан баҫырға кәрәк, — тине Президент. — Урындарҙа етәкселәр кабинетта ғына ултырып эшләүҙе өҫтөн күрә, бынан файҙа бик аҙ. Бирюлевола халыҡтың ризаһыҙлығы йылдар буйы йыйылып килгән, полицияға ла, урындағы идаралыҡҡа ла, округ етәкселегенә лә мөрәжәғәт итеп ҡарағандар. Әммә әгәр власть кешеләрҙе ишетергә теләмәһә, был милли һәм дини нигеҙҙә ауыр конфликттарға килтерә, халыҡ был проблемаларҙы үҙе, законһыҙ ысулдар менән хәл итергә маташып ҡарай.

— Һәр территория, йорт — тәғәйен етәксенең, предприятие хужаһының йәки чиновниктың яуаплылыҡ өлкәһе, был яуаплылыҡтан ҡасырға һис ярамай, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Владимир Путин. — Федераль Йыйылыш Палаталары төбәк һәм муниципаль властарҙың хоҡуҡтарын һәм милләт-ара конфликттар килеп тыуғанда уларҙың яуаплылығын билдәләү тураһында закон ҡабул итте. Уға ярашлы, конфликтты бөтөрә алмаған етәксене вазифаһынан бушатырға ла мөмкин.  

Президент, йыш ҡына конфликттар көндәлек тормошта тыуа, әгәр инде унда төрлө милләт вәкилдәре ҡатнашһа, экстремистар быны үҙҙәренең яуыз сәйәси маҡсаттарына өлгәшеү өсөн этник-ара көсөргәнеште көсәйтеү юҫығында файҙалана, ә киң мәғлүмәт саралары һәм интернет-берләшмә уны эләктереп алып, ҡабартып тарата һәм бының менән хәлде тағы ла нығыраҡ тәрәнәйтә, тип билдәләне.

— Әгәр власть урындарҙа халыҡтың фекеренә һәм талаптарына ҡолаҡ һалһа, килеп тыуған проблемаларҙы кисекмәҫтән һәм ғәҙел хәл итһә, күп конфликттарға юл ҡуйылмаҫ ине, — тип билдәләне ил башлығы. — Милләт-ара конфликттар килеп тыуғанда ҡырҡа, тупаҫ эш итергә ярамай. Уларҙы иҫкәртеү өсөн яңы Стратегияла сағылдырылған заманса ысулдар һәм юлдар кәрәк. Ул төбәктәрҙә талап ителгән осраҡтарҙа ғына тулы көскә эшләй башлаясаҡ. — Милли сәйәсәт стратегияһын бойомға ашырыуҙың төбәк пландары йөкмәткеле булырға, һәр тәғәйен территорияның спецификаһын сағылдырырға тейеш, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Владимир Путин. —Милләт-ара мөнәсәбәттәр мониторингы, конфликттар килеп тыуған хәлдә уларҙы иҫкәртеү саралары системаһын булдырырға кәрәк. Бында фәнни һәм эксперт берләшмәһе роле мөһим. Рәсәйҙең көньяғында һәм Волга буйы федераль округы төбәктәрендә милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса фәнни үҙәк төҙөлдө лә инде.

Федераль округтарҙағы үҙ вәкилдәренә мөрәжәғәт итеп, Владимир Путин, төбәк власына милли өлкәлә эштәр торошон күҙәтеп барыуҙа ярҙам итергә, проблемалар тыуа ҡалһа, улар менән бергәләп хәл итергә кәрәк, тине. Владимир Путин фекеренсә, кадрҙар мәсьәләһенә айырыуса ҙур иғтибар бирергә кәрәк, был өлкәлә заманса белемгә эйә булған, кешеләр һәм йәмәғәт берләшмәләре менән тура диалог алып бара алырлыҡ белгестәр кәрәк. Һуңғы йылдар тенденцияһы — урындағы халыҡ менән мигранттар араһында көсөргәнештең арта барыуы. Мигранттарҙың яраҡлашыу һәм интеграцияһы мәсьәләләре Федераль миграция хеҙмәте тарафынан хәл ителә, әммә әйтергә кәрәк, ыңғай үҙгәрештәр бик аҙ, тине Президент.

— Урындарҙа әүҙемерәк эшләргә кәрәк. Субъекттың өҫтәмә эшсе көстәргә талабын билдәләүсе хеҙмәт карталары булдырыу тураһында уйланыу урынлы булыр. Мигранттарҙың яраҡлашыуына ҙур иғтибар бирергә, шарттар булдырырға кәрәк. Бындай адаптация үҙәктәре Тамбовта һәм Ырымбурҙа төҙөлгән, һәм улар яҡшы һөҙөмтә бирмәксе. Һүҙемде йомғаҡлап, «Милләттәр берҙәмлеген нығытыуға өлөш индергән өсөн» премияһын булдырыу хаҡында белдерәм. Эшмәкәрлеге милләт-ара мөнәсәбәттәр кеүек яуаплы һәм бик сетерекле өлкә менән бәйләнгән кешеләр өсөн был дәртләндереү сараһы булып торор, тип уйлайым, — тине Владимир Путин.