Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышы үтте

Сәйәсәт

Өфөлә РФ Президенты ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышы үтте. Уны дәүләт башлығы Владимир Путин алып барҙы.

Ултырыштың төп темаһы — Рәсәй субъекттарында дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар төбәктәрҙең закондар сығарыу базаһын, кадрҙар менән тәьмин итеү системаларын камиллаштырыу, этнологик мониторинг, мигранттарҙың социаль-мәҙәни яраҡлашыуы һәм интеграцияһы мәсьәләләрен тикшерҙе.

Ултырышта федераль дәүләт власы органдары, дөйөм Рәсәй милли-мәҙәни ойошмалары, фәнни һәм эксперт берләшмәләре етәкселәре ҡатнашты.

РФ Президенты ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет 2012 йылдың 7 июнендә ойошторола.

Совет Рәсәй Федерацияһы дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу менән бәйле мәсьәләләрҙе ҡарағанда федераль дәүләт власы органдарының, Рәсәй Федерацияһы субъекттары дәүләт власы органдарының, урындағы үҙидара органдарының, йәмәғәт берекмәләренең, фәнни һәм башҡа ойошмаларҙың үҙ-ара килешеп эш итеүен тәьмин итеү маҡсатында ойошторолған РФ Президенты ҡарамағындағы кәңәшмә орган булып тора..

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть