Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Румил Аҙнабаев Әбйәлил районында граждандарҙы ҡабул итте

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Урындағы үҙидара, граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комитет рәйесе Румил Аҙнабаев Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа граждандарҙы ҡабул итте. Депутатҡа 11 кеше мөрәжәғәт итте, тип хәбәр иттеләр Әбйәлил районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

Байым ауыл Советы ауыл биләмәһе халҡын ауылдарҙа юл төҙөү һәм газ үткәреү, арзан хаҡҡа техника һатып алыу мәсьәләләре борсой.

Депутат пай ерҙәрен рәсмиләштереү мәсьәләһе, опекаға алынған балаларҙы һәм һуғышта ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындарын торлаҡ менән тәьмин итеү тәртибе буйынса аңлатмалар бирҙе. Бынан тыш, ауыл ерендә гемодиализ менән дауалау ойоштороу, шулай уҡ афған һуғышында ҡатнашыусы яугирҙарға социаль ярҙам күрһәтеү мәсьәләләрен дә парламентарий үҙ контроленә алды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть