4 декабрь, Йәкшәмбе

22 октябрь 2013 йыл, 17:28

Яр Саллы татар драма театры гастролдәре башлана

автор: Алик Шакиров

Яр Саллы Татар драма театры Өфөлә гастроль турын аса. 22 октябрҙән 25-енә тиклем Саллы артистары Өфө «Нур» татар дәүләт театры сәхнәһендә иң яҡшы спектаклдәрен ҡуясаҡ.

Гастролдәрҙе башҡорт драматургы Салауат Әбүзәрҙең пьесаһы буйынса, баш режиссер Фаил Ибраһимов ҡуйған «Хыялый» комедияһы асып ебәрәсәк.

23 октябрҙә ике тапҡыр (14 һәм 19 сәғәттәрҙә) Илдар Юзеевтың «Ғашиҡтар тауы» мелодрамаһы уйналасаҡ. 2013 йылдың февралендә пьеса авторының 80 йәшлек юбилейы айҡанлы спектакль тамашасыларға биш йөҙөнсө тапҡыр күрһәтелә. Мелодраманың премьераһы 1992 йылдың мартында үткәрелә һәм тәүге көндәрҙән үк тамашасыларҙың һөйөүен яулай.

24 октябрҙә тамашасы хөкөмөнә Рәбит Батулланың «Йәш аралаш көлөү» драмаһы тәҡдим ителәсәк. Саллы труппаһы Өфөләге үҙ гастролдәрен Надежда Птушкинаның «Ҡыҙым кейәүгә сыға» комедияһы менән ябасаҡ.

Һуңғы тамаша 26 октябрҙә Салауатта, ә 27 октябрҙә театр Ырымбурға юл тотасаҡ.

— Саллылар һәм нурҙар араһында гастролдәр менән алмашыу, ижади үҙ-ара бәйләнеш күптәнән килә. Бынан алда саллылар ҙур гастролдәре менән «Нур» театрында 2011 йылдың сентябрендә булғайны, — тип хәбәр итә БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат сәркәтибе Ләйлә Ишморатова.

Тыуған яҡтарына ҡайтыуға артистарҙы Башҡортостандан коллегалары менән тағы бер осрашыу көтә. 28 октябрҙә 19 сәғәттә Ял Саллы Татар драма театры сәхнәһендә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры труппаһы Салауат Әбүзәрҙең «Ғүмерлек ғазап» мелодрамаһын күрһәтәсәк.