Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Һайлау бюллетендәренә «барыһына ла ҡаршы» графаһын ҡайтарыу тәҡдиме ҡараласаҡ

Йәмғиәт

Федерация Советы сенаторҙары бюллетендәргә «барыһына ла ҡаршы» графаһын ҡайтарыуҙы күҙ уңында тотоусы закон проектын Дәүләт Думаһы депутаттары ҡарауына индерҙе. «Барыһына ла ҡаршы» графаһы федераль закон менән 2006 йылда туҡтатылғайны.

Бынан алда, парламенттың юғары палатаһы спикеры Валентина Матвиенко, ҡануниәткә бындай үҙгәрештәр индереүҙе хәҙерге сәйәси шарттар талап итә, тигәйне. Улар һайлау процесын мөмкин тиклем ғәҙелерәк яһаясаҡ, ә һайлаусыларға, һайлауҙарҙың нисек булыуына ҡарамаҫтан, үҙҙәренең конституцион хоҡуғын һәм үҙ ихтыярын белдерергә мөмкинселек бирәсәк.

— «Барыһына ла ҡаршы»графаһын ҡайтарыу – ул граждандарҙың һайлау хоҡуғын яҡлауҙы көсәйтеү яғына бер аҙым, — тип иҫәпләй Валентина Матвиенко.

Ил Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев ундай графаның яңынан ҡайтарылыуына ҡаршы булмауын белдерҙе.

Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһында был тәҡдим буйынса фекер алышырға әҙерҙәр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть