Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәре буйынса бушлай курстар үткәрелә

Иҡтисад

Өфөнөң халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге Өфө ҡала бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм яҡлау фонды менән берлектә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге нигеҙҙәре буйынса йыл башынан алып  дүртенсе бушлай курс-консультациялар ойоштора. Занятиелар 11 ноябрҙән 22-һенә тиклем үтәсәк.

Өфөнөң халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәте бүлеге начальнигы Ирина Турчина хәбәр итеүенсә, 2013 йыл башынан алып эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге нигеҙҙәре буйынса бушлай курстарҙа 140 тыңлаусы ҡатнашты. Курстар барышында 280-дән ашыу кеше  үҙ эшен ойоштороу буйынса консультациялар алды.

Алда торған курс-консультациялар тураһында ентекле мәғлүмәтте Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтында алырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть