11 декабрь, Йәкшәмбе

22 октябрь 2013 йыл, 14:53

Иң яҡшы сөгөлдөр йыйыу комбайндары экипаждары билдәләнде

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостанда сөгөлдөр йыйыу комбайндары механизаторҙарының иң яҡшы экипаждары билдәләнде. 1 сентябрҙән 15 октябргә тиклемге осорҙағы эшкә йомғаҡ яһағанда ҡаҙып алынған майҙан һәм сөгөлдөр уңышы күләме иҫәпкә алынды.

Республика Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был ваҡыт арауығында Әлшәй районының «Красный Клин» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән Виктор Катышев менән Айрат Хазиәхмәтовтың экипажы иң яҡшы тип танылды. Улар 832 гектар майҙандан 20,8 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө йыйып алған.

Иң яҡшылар исемлегендә икенсе — Әлшәй районының «Колос-Агро» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән Рәмил Зыязетдинов менән Венер Ғәлләмовтың экипажы. Ай ярым эсендә улар 823 гектар майҙандан шәкәр сөгөлдөрө йыйып алған, бөтәһе уңыш 20,6 мең тонна самаһы тәшкил иткән.

Өсөнсө урында — Благовар бүлексәһенең «Башкирагроинвест»  яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшсәндәре Сергей Кучеров менән Александр Быль. Улар тарафынан 814 гектар майҙандан татлы тамыр йыйып алынған. Был  участкала уңыш 39,5 мең тоннанан ашып киткән.

Өс призерҙан тыш, тағы сөгөлдөр йыйыу комбайны механизаторҙарының 17 экипажына БР Ауыл хужалығы министрлығының рәхмәт хаттары һәм аҡсалата бүләктәр тапшырылды. Улар араһында — Мәләүез, Әлшәй, Миәкә, Ҡырмыҫҡалы, Бүздәк, Ғафури, Баҡалы һәм Дәүләкән райондары вәкилдәре.