7 декабрь, Шаршамбы

22 октябрь 2013 йыл, 13:59

«Рәсәйҙә ислам һәм дәүләт» Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы асылды

автор: Арина Рәхимҡолова

Өфөлә «Рәсәйҙә ислам һәм дәүләт» Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы асылды. Сара Ырымбур Мосолмандар диниә йыйылышы – Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының 225 йыллығы сиктәрендә уҙа. Башҡортостанға тантанаға ғәрәп илдәренән күренекле мосолман дине эшмәкәрҙәре, Рәсәй дини идаралыҡтары һәм сит ил дини уҡыу йорттары вәкилдәре килгән.

Конференцияны Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты, БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Р.Ғ.Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институты, БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ойошторҙо.

Белгестәр баһалауынса, был ғилми-ғәмәли конференция ҙур ваҡиға булып тора. Унда Рәсәй ғалимдары, шулай уҡ халыҡ-ара ислам йәмғиәте вәкилдәре ҡатнаша. Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратына 225 йыл тулыу, Рәсәйҙә һәм донъяла ислам тарихы тураһында сығыштар яһалды.

Кисен М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры залында Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының 225 йыллығын байрам итеүгә арналған тантаналы йыйылыш уҙасаҡ.