11 декабрь, Йәкшәмбе

22 октябрь 2013 йыл, 12:38

Өфөлөләр автор ҡурсаҡтары эшләү оҫталығына өйрәнә ала

автор: Людмила Терновая

26 октябрҙә БР Милли музейында «Мираҫ» хәйриә фонды инициативаһы менән «Борон-борон заманда...» күргәҙмәһе сиктәрендә бер нисә төр автор ҡурсаҡтары һәм уйынсыҡтары эшләү буйынса интерактив оҫталыҡ-шоуы үтәсәк. Атап әйткәндә, сарала ҡатнашыусылар кейеҙҙән, балсыҡтан текстиль-шарнирлы ҡурсаҡтар эшләү дәресендә ҡатнаша аласаҡ. Оҫталыҡ-шоуын «Борон-борон заманда...» күргәҙмәһендә ҡатнашыусы Өфөнөң дүрт ҡурсаҡ эшләүсеһе һәм керамика оҫтаһы үткәрәсәк. Оҫталыҡ-шоуы барышында күргәҙмәгә килгән кешеләр оҫталар менән аралашып, уларҙан тәжрибә алып, материалдар менән эш итеү алымдарын өйрәнә аласаҡ. Оҫталыҡ-шоуының хаҡы «Борон-борон заманда...» күргәҙмәһенә инеү билеты хаҡына ингән. Йыйылған аҡсалар шәфҡәтлелек маҡсатында традицион һөнәрҙәрҙе һәм кәсептәрҙе һаҡлауға тотоноласаҡ.

Оҫталыҡ-шоу 26 октябрҙә 14 сәғәт 30 минутта башланасаҡ.