6 декабрь, Шишәмбе

22 октябрь 2013 йыл, 11:18

Баш ҡала призывниктары «ышаныс телефоны» менән ҡуллана аласаҡ

автор: Людмила Терновая

24 октябрҙә Өфөлә Ҡала йәштәрен патриотик рухта тәрбиәләү үҙәге «Көҙгө саҡырылыш «ышаныс телефонында» тигән акция ойоштора. Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһының Октябрь һәм Совет райондары буйынса хәрби комиссариат вәкиле бөтә ҡыҙыҡһынған һорауҙарға яуап бирәсәк, саҡырыу йәшенә тиклем һәм саҡырыу йәше еткән граждандарға, уларҙың ата-әсәләренә һәм туғандарына социаль һәм мәғлүмәти ярҙам күрһәтәсәк.

«Тура бәйләнеш» телефоны — (347) 279-06-60, 14 сәғәттән 17 сәғәткә тиклем шылтыратырға була.

темалар: акциялар