7 декабрь, Шаршамбы

22 октябрь 2013 йыл, 10:55

Өфөлә Владимир Путин Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышын үткәрәсәк

автор: Сергей Захаров | фото: сайт kremlin.ru

22 октябрҙә, Өфөлә Президент ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышы уҙасаҡ, унда Рәсәй субъекттарында дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу төп тема булып торасаҡ.

Ил Президенты Владимир Путин рәйеслегендәге ултырышта ҡатнашыусылар төбәктәрҙә закондар сығарыу базаһын камиллаштырыу, кадрҙар менән тәьмин итеү системаһы, этнологик мониторинг, мигранттарҙың социаль-мәҙәни интеграцияһы һәм яраҡлашыу мәсьәләләрен тикшерәсәктәр.

Совет ултырышында дәүләт власы федераль органдары, дөйөм Рәсәй милли-мәҙәни берекмәләре вәкилдәре, ғилми һәм эскперт йәмғиәттәре етәкселәре ҡатнашасаҡ.

Владимир Путин Рәсәй мосолмандарының дини назараттары мөфтөйҙәре менән осрашып, дәүләт һәм мосолман дини ойошмаларының үҙ-ара килешеп эш итеүенә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр тикшереләсәк.

Бынан тыш, эш сәфәре барышында Президент Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының барлыҡҡа килеүенә 225 йыл тулыуға арналған тантаналы сарала ҡатнашасаҡ, тип хәбәр ителә дәүләт башлығының рәсми сайтында.