4 декабрь, Йәкшәмбе

22 октябрь 2013 йыл, 9:54

Рима Баталова: “Йәштәрҙә сәләмәт йәшәү рәүеше тәрбиәләү үтә мөһим”

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова Ҡазанда үткәрелгән «Минең арттан йүгер»  II Бөтә Рәсәй  сәләмәт йәшәү рәүеше фестивалендә булды.

Сара Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ ярҙамында үтте.  Унда Рәсәйҙең 50 төбәгенән вәкилдәр, шулай уҡ Ҡазандың юғары уҡыу йорттары студенттары ҡатнашты.

Бөтә Рәсәй сәләмәт йәшәү рәүеше фестиваленең йомғаҡлау этабында сәләмәт йәшәү рәүеше буйынса йәштәр проекттары конкурсының Беренсе премияһында еңгән 2013 йылғы  «Минең арттан йүгер» проектында иң яҡшы ҡатнашыусылар наградланды. Премия 12 номинацияла еңеүселәргә һәм лауреаттарға тапшырылды.

«Сәләмәт йәшәү рәүеше-реклама» номинацияһында еңеүселәрҙе бүләкләп, 13 тапҡыр паралимпия чемпионы, Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова үткәрелгән сараның мөһимлеген һәм көнүҙәклеген билдәләп үтте, сөнки ул йәш быуында сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыуға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән. Йәштәрҙә сәләмәт йәшәү рәүеше мәҙәнилеге тәрбиәләү илебеҙ ҡеүәтенә тос өлөш индереү булып тора, тип иҫәпләй данлыҡлы спортсы.

— Бында килеп, мин сәләмәт йәшәү рәүеше темаһы йәштәр араһында бик тә зарури булыуына тағы бер инандым, һәм был йүнәлеште үҫтерергә кәрәк, — тип билдәләне депутат.