11 декабрь, Йәкшәмбе

21 октябрь 2013 йыл, 18:13

Өфөнөң Дим районында яңы «Мәҙинә» мәсете асылды

автор: Арина Рәхимҡолова

Өфөнөң Дим районында яңы «Мәҙинә» мәсете асылды. Ваҡиға Рәсәйҙең үҙәк диниә назаратының 225 йыллыҡ юбилейына арналды.

Мәсеттең матурлығы һәм байрамса йыһазланышы күңелгә ниндәйҙер йылылыҡ бөркә. Ғибәҙәтхананы биҙәү эшендә Сәмәрҡәндән рәссамдар, Мысырҙан ағастан һырлап биҙәк яһаусылар ҡатнашты. Төп эштәрҙе урындағы оҫталар эшләне. Ағастан селтәрләп эшләнгән үрелмәләр һәм диуарҙарға ғәрәп телендә яҙылған Ҡөрьән аяттары йәш оҫта Йонос Хәйруллиндың ҡулдары менән башҡарылған.

Ғибәҙәтхананың манаралар менән дөйөм бейеклеге 19 метр. Бөтәһе дүрт манара, иң бейеге – 10 метрлыҡ. Яңы мәсеттә бер үк ваҡытта 600 кеше һыя.

«Мәҙинә» мәсете дини ҡоролма ғына түгел, мосолмандарҙың дини мәғрифәтселек урыны булып торасаҡ, шулай уҡ ул ҡаланың матур архитектура биҙәге лә.

темалар: дин,мәсеттәр