9 декабрь, Йома

21 октябрь 2013 йыл, 17:54

Сәйәси кино лабораторияһы Өфөнөң «Черниковка» биҫтәһенең барлыҡҡа килеүен һөйләйәсәк

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының «Сәйәси кино лабораторияһы»  медиа-сәйәси проекты ике ҙур проект тәҡдим итәсәк – «Черниковканың «Ҡара алтыны» («Черное золото» Черниковки»)  һәм «Черниковка — заводта эшләүселәр ҡалаһы» («Черниковск — город заводчан»). Фильмдарҙа сәнәғәт предприятиеларының үҫеше, социаль-иҡтисади инфраструктуралары һәм баш ҡаланың төньяҡ өлөшөнөң тарихи-мәҙәни йөҙө бәйән ителә.

ХХ быуат башында Өфөнән ун өс саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Черниковка ауылында халыҡ ауыл хужалығы менән шөғөлләнә.

Советтар Союзының тәүге биш йыллыҡтарында Черниковка тиҙ үҫешеүсе сәнәғәт территорияһына әйләнә. Райондың хәҙерге тарих биттәре 1930-сы йылдарҙа Өфө нефть эшкәртеү заводын төҙөүҙән башлана. СССР Ауыр сәнәғәт халыҡ комиссары Серго Орджоникидзеның тәҡдиме буйынса 1935 йылда Өфөнөң ситендә ҡеүәтле нефть эшкәртеү предприятиеһы— крекинг-завод төҙөлә  башлай. 1938 йылдың 20 июнендә беренсе 117 тонна Өфө бензины алына.

Бөгөн Өфөнөң ике сәнәғәт районын – Орджоникидзе һәм Калинин – Черниковка тип йөрөтәләр. Был райондар күп кенә социаль-иҡтисади күрһәткестәр буйынса алдынғы урындарҙы биләй.

Ни өсөн ХХ быуат башында әрәмәлек баҫып алған ташландыҡ урында крекинг ҡоролмалар һәм машиналар эшләү ҡеүәттәре үҫеп сыҡҡан? Хәҙерге заманда ҡала халҡы һәм республиканың нефть эшкәртеү индустрияһы хеҙмәткәрҙәре ҡала һыҙатында заводтар булыуға нисек ҡарай? Черниковка сәнәғәте – республиканың ғорурлығымы әллә урындағы халыҡтың экологик проблемаһымы? Сәйәси кино лабораторияһында ҡатнашыусылар фильмды күрһәткәндән һуң ошо һәм башҡа бик күп мәсьәләләр буйынса фекер алышасаҡ.

Фильмды күрһәтеү һәм фекер алышыу 23 октябрҙә 18 сәғәт 30 минутта Рәсәй кинематография үҙәге – «Родина» кинотеатрында үткәреләсәк.